Өфөлә 2022 йылда милли спорт төрҙәре буйынса Евразия уйындарын ҡабул итәсәк

Өфөлә 2022 йылда милли спорт төрҙәре буйынса Евразия уйындарын ҡабул итәсәк https://bash.news/news/106332_fl_2022_jylda_milli_sport_trre_bujynsa_evraziya_ujyndaryn_abul_itsk
25 сен 2019, 23:03

Абруйлы сараны ойоштороу һәм уҙғарыу үҙенсәлектәре бөгөн Республика башлығының Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре менән осрашыуында ҡаралды. Евразиада буйынса юл картаһын әҙерләү ҙә ҡаралған.

Милли спорт төрҙәре буйынса Евразия уйындары ассамблеяның халыҡ-ара проекттарының береһе, әлегә тиклем ул Белорусияла, Татарстанда һәм Ҡаҙағстанда ойошторолған. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостандың сараны юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн мөмкинлектәре етерлек. Евразиада республика тормошондағы сағыу һәм әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булыр тип көтөлә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфөлә 2022 йылда милли спорт төрҙәре буйынса Евразия уйындарын ҡабул итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд