Шәйехзада Бабич премияһына 16 ижадсы һәм 4 ижади төркөм дәғүә итә

Шәйехзада Бабич премияһына 16 ижадсы һәм 4 ижади төркөм дәғүә итә https://bash.news/news/106333_shjexzada_babich_premiyayna_16_izhadsy_m_4_izhadi_trkm_d_it
25 сен 2019, 23:06

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 16 ижадсы һәм 4 ижади төркөм дәғүә итә. Улар араһында "Йатаған" этно-төркөмө лә бар. Рухи һәм милли музыканы таратыусы коллектив тотош төрки донъяла танылыу алған. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә, "Ерем ауазы" һәм "Йатаған мөслим" кеүек дебют альбомдарының донъя күреүе тамашасыларға шәп бүләк булды.

Ятаған ҡасандыр башҡорт халҡының боронғо уйын ҡоралы булған. Ләкин бөгөн ул онотолған. Шулай ҙа уны композитор Айрат Ҡобағошов тәҡдиме буйынса музыкаль инструменттар эшләүсе Гөлнур Ғәлимова тергеҙә. Артынса, уйнаусыһы, хатта этник стилдә башҡарыусы төркөм барлыҡҡа килә. Хәҙер "Йатаған"дарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Ул ғына ла түгел, башҡорт милли музыкаһы менән сит ил сәхнәләрендә сығыш яһарға әленән-әле тәҡдимдәр килә.

Үҙ йөҙөн, моңон һәм үҙ тамашасыһын тапҡан ижади коллективтың репертуарында башлыса рухи һәм милли йүнәлештәге музыка өҫтөнлөк итә. Ошо рәүешле йатағандар халыҡҡа башҡорт йыр-моңон пропогандалап ҡына ҡалмай, рухи-әхлаҡи тәрбиә еткерә. Улар араһында мөнәжәт, нәсихәттәр ҙә бар.

Ижади коллектив башҡорт милли уйын ҡоралдарын да популярлаштыра. "Йатаған"дарҙың быйылғы уңыштары етерлек. Егеттәр күләмле бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. Мәскәүҙәге "Рамаҙан сатыры" проектындағы сығыш ҡына ла айырым баһаға лайыҡ. Башҡорт халҡының йыр-моңон һаҡлағаны, йәш быуынға еткергәне, башҡа халыҡтарға танытҡаны өсөн дә "Йатаған" этно-төркөмө Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһына тәҡдим ителде.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Шәйехзада Бабич премияһына 16 ижадсы һәм 4 ижади төркөм дәғүә итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA