ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең Өфөлә асылған форумында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары ҡарала

ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең Өфөлә асылған форумында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары ҡарала https://bash.news/news/106392_shos_m_briks_dlttrene_fl_asylan_forumynda_blkj_eshyuarlyty_tere_problemalary_arala
26 сен 2019, 21:00

Эшҡыуарҙар клубы төҙөү, фәнни-хоҡуҡи хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм бизнесҡа ташламалы шартарҙа кредит биреү. Шос һәм Брикс дәүләттәренең бөгөн Өфөлә асылған форумында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары ҡарала.

Бишенсе тапҡыр ойошторолған абруйлы сарала Рәсәйҙең 52 төбәгенән һәм 31 сит илдән делегаттар ҡатнаша, бөтәһе 3 меңгә яҡын кеше. Форумдың эшлекле программаһы ике пленар ултырышты һәм 25 тематик секцияны үҙ эсенә ала.

"Торатау" конгресс холы йәнә халыҡ-ара үҙәккә әйләнде, бөгөн бында ер шарының төрлө ҡитғалары ҡунаҡтарын күрергә, төрлө телдә аралашҡан делегаттарҙы ишетергә мөмкин. Әммә маҡсат бер- һәр дәүләт форумға партнерҙар табыу маҡсатында килә, һәммәһе лә хеҙмәттәшлекте нығытыу ниәте менән яна. Мәҫәлән, күрше Татарстан вәкилдәре мәшғүллек буйынса проект эшҡыуарҙарының продукцияһы менән таныштыра.

Эшҡыуарҙарҙы борсоған проблемалар, хеҙмәттәшлек юлдары пленар ултырышта ла, түңәрәк өҫтәлдәр артында ла бара. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар клубын төҙөү, уның ултырыштарын йылына дүртәр тапҡыр ойошторорға мөмкин. Форумда бизнесты яҡлау, административ кәртәләрҙе емереү хаҡында ла һүҙ бара. Эксперттар фекеренсә, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҙур бизнес һымаҡ һалым түләй алмай, әммә ул тәү сиратта социаль функцияны үтәй. Был бик мөһим.

Форумда эшлекле һөйләшеүҙәрҙән тыш милли аш һыуҙар менән танышырға ла мөмкин, мәҫәлән ошо майҙанда бауырһаҡтан шос һәм брикс форумы тип яҙылған, был хэштэг янында фото төшөргә лә тәмләп ҡарарға ла мөмкин. Үҙенсәлекле композиция Рәсәйҙең рекордтар китабына ла индерелгән, бауырһаҡлы яҙма 217 кило тирәһе тарта, уны әҙерләүгә 1660 йомортҡа, йөҙ килонан ашыу он тотонолған, татлы ризыҡ дүрт көн буйы бешерелгән.

Шос һәм Брикс дәүләттәренең милли аш-һыуҙары 11 өҫтәлде биләй. Рестораторҙар әйтеүенсә, Урта азия илдәренең ризыҡтары Башҡортостандыҡына оҡшаш, шул уҡ ваҡытта бында бөтөнләй ят аҙыҡтар ҙа бар.

Форумда абруйлы эксперттар ҙа ҡатнаша, улар Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаларын юғары баһалай. Сара фекер алышыу ғына түгел, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу майҙаны ла булып тора. Шулай уҡ Өфө форумының абруйы йылдан-йыл артыуын билдәләу мөһим.

Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың берләшеүе- тотороҡло, көслө иҡтисадтың нигеҙе. Был үҫеш юлында бер үк хаталарҙы ҡабатламаҫҡа, уңышлы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға, инвесторҙар йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. һуңғы 4 йылда Рәсәйҙең Шос һәм Брикс дәүләттәре менән тауар әйләнеше 6 тапҡырға артыуында Өфө форумының да өлөшө бар.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең Өфөлә асылған форумында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары ҡарала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество