Стәрлетамаҡтан 3 йәшлек Паисийға ярҙам кәрәк

Стәрлетамаҡтан 3 йәшлек Паисийға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/106396_strletamatan_3_jshlek_paisija_yaram_krk
26 сен 2019, 21:07

7 айҙа уға балалар фалижы тигән диагноз ҡуйылған. Малай йөрөй ҙә, һөйләшә лә алмай. Табибтар уның һаулығына ҡарата аныҡ ҡына фараздар бирмәй. Паисийға оҙайлы дауаланыу талап ителә. Уға ярҙам итерҙәй дауалау учреждениеһы Ҡытайҙа. Ләкин ғаиләнең был сығымдарҙы күтәрергә матди хәле етмәй.

Әсәһе күпме генә ярҙам итергә тырышһа ла, бәләкәй аяҡтар тыңлашмай. Бала менән күнекмәләр көн һайын башҡарыла. Был процедура аяҡ мускулдары ҡатмаһын өсөн үткәрелә. Малайҙың игеҙәге бар. Улар икеһе лә ауыр тыуған. Парфенийҙың хәле бер аҙ яҡшыра, әммә Паисийға көндән-көн ауырыраҡ.

Аксинья Матиенко, Паисийҙың әсәһе: “Паисий уҡшый һәм уның бөтә тәне тартыша. Дауаханаға килтергәс, балаға ни булған тип, бөтәһе лә аптыраны. Шул ваҡыттан бирле беҙ реабилитациялабыҙ. Әлегә үҙаллы ултыра алмайбыҙ. Улым тырыша, әммә өс минуттан артыҡ ултыра алмай”.

3 йәшлек Паисийҙа балалар фалижы диагнозы. Ул атлай ҙа, һөйләшә лә алмай. Ғаиләлә бәлиғ булмаған 4 бала. Әсәһенә өлкән ҡыҙҙары бөтә эштә лә ярҙам ҡулы һуҙа. Паисий ятҡан еренән ҡалҡына һәм бер-нисә һүҙ әйтә. Ул һүҙҙәр араһында иң ҡәҙерлеһе -әсәй тип өндәшеүе. Сабый туғандары менән бергәләп уйнай алмай. Әммә ҡулында конструкторҙың бәләкәй өлөштәрен тота ала. Паисий бөтәһен дә аңлай һәм хәленән килгәнсә хис-тойғоларын билдерә.

Евдокия Жукова, Паисийҙың апаһы: “Туғанымдың минең менән уйнағыһы килә, уға иғтибар һәм тәрбиә кәрәк. Минең телефонда ултырған оҡшамай. Уға аяҡтарға һалып бәүелтеү оҡшай”.

Ғаилә Ҡытай клиникаһында дауаланырға саҡырыу алған. Әммә ике айлыҡ дауалау курстарына 900 мең һум аҡса талап ителә. Атайҙары игеҙ улдары тыуғас, ғаиләнән киткән. Әлеге ваҡытта Аксинья балаларҙы яңғыҙы тәрбиәләмәһә лә, тейешле сумманы ғаилә йыя алмай.

Аксинья Матиенко, Паисийҙың әсәһе: “Паисийҙың яҙмышына битраф булмаған кешеләр улыма ярҙам ҡулы һуҙһын ине. Паисий үҙ аяҡтарында йөрөй башлаһын өсөн беҙгә Ҡытайға барырға ярҙам итһендәр ине”.

Паисийға ярҙам итергә теләүселәр һүрәттәге иҫәпкә хәленән килгәнсә аҡса күсерә ала. Тейешле сумма йыйылһа, бала ғинуар айында клиникаға барасаҡ. Был ғаиләлә һәр көн иҫәпле,сабый ни тиклем иртәрәк дауалана башлаһа, шул тиклем уның үҙ аяғында йөрөй алыу ышанысы ла буласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Стәрлетамаҡтан 3 йәшлек Паисийға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд