Башҡортостанда ике кешегә бер үк телефон номерын һатҡандар

Башҡортостанда ике кешегә бер үк телефон номерын һатҡандар https://bash.news/news/106403_bashortostanda_ike_kesheg_ber_k_telefon_nomeryn_atandar
26 сен 2019, 21:53

Ир Өфөлә, ә ҡатын Баймаҡтыҡы. Икеһенең дә үҙ ғаиләһе, яҙмышы, тормошо. Николай менән Флүрә ханымды бер симка ғына осраштыра. Баҡтиһәң, мобиль оператор ике кешегә бер номер биргән. Ҡатын сим картаны элемтә салонынан алһа, ә ир интернеттан ҡулға төшөргән. Һөҙөмтәлә енәйәт эше. Ябай һандарҙың ҡатмарлы эҙемтәләре тураһында беҙҙең сайтта.

Закон буйынса сим-карта һатып алыу өсөн паспорт менән элемтә салонына барырға кәрәк. Ләкин, асыҡланыуынса сит номерҙы үҙләштереү ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Өфөлә йәшәүсе Николай шәхси иғландар сайтында арзан хаҡҡа сим-карта һатып ала. Ләкин табышлы осор бының менән генә тамамланмай. Николайға яңы номерына билдәһеҙ кешеләрҙән аҡсалар ҙа күсә башлай.

Николай: “900 һандарынан аҡса күсеүе тураһында СМС-хәбәр килде. Ул мине уйландырырға мәжбүр итте. Кеше минең менән бәйләнешкә сығыр тип өмөтләнеп аҡсаларҙы үҙемдең икенсе номерға күсерҙем. Шул рәүешле генә яңылышҡанмындыр тип уйлайым”.

Баҡтиһәң арзан хаҡҡа һатып алынған номерҙың икенсе хужаһы ла булып сыға. Аҡсалар Баймаҡ районында йәшәүсе Флүрә ханымдыҡы. Күсергән күләм юҡҡа сыҡҡас ул да оҙаҡ уйламай полицияға ғариза яҙа. Тәфтишселәр хәлде асыҡлап Өфөлә йәшәүсе ирҙе һорау алыуға саҡыра. Николай шул саҡта ғына аҡсаларҙы кире хужаһына ҡайтара. Ләкин артҡа юл юҡ. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, хәҙер Николайҙы яуапҡа тартырыуҙары ихтимал.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: “Был хәлдең сәбәбе элек номерҙы ҡулланған абонент "Мобиль Банк" хеҙмәтен юймайыуында булырға мөмкин. Һөҙөмтәлә шул номерға эйә булыусы икенсе кешенең Банк иҫәбе менән ҡуллана алған”.

Эске эштәр министрлығы сим-карта менән ҡулланыуҙан туҡтағас, Мобиль банк хеҙмәтен юйырға кәрәк, тип иҫкәртә. Юғиһә, кеҫә телефонына бәйләнгән картанан аҡса юғалыуы ихтимал. Сим-карта һатып алғанда ҡулланыусы паспорт мәғлүмәттәрен бирергә тейеш, ә оператор үҙ сиратында уның дөрөҫлөгөн тикшереп, системаға теркәргә бурыслы. Билдәһеҙ кешеләрҙән номер һатып алғанда хоҡуҡ һаҡсылары, Николай менән осраҡтағы кеүек, мутлашыу тип баһалауҙары ихтимал.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башҡортостанда ике кешегә бер үк телефон номерын һатҡандар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество