Генджехан Тунай Төркиә Республикаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ

Генджехан Тунай Төркиә Республикаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ https://bash.news/news/106464_gendzhexan_tunaj_trki_respublikaynda_bashortostan_mnfttren_yalayasa
27 сен 2019, 22:00

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн уның менән Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарлыҡ форумында йәмәғәт башланғысында Башҡортостан вәкиле булараҡ килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Генджехан Тунай "Глобал" компанияһының генераль директоры. Төркиәлә ул дәүләт комитетының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ, башҡорт тауар етештереүселәрен Төркиә баҙарында танытыуға ярҙам итәсәк.

Яңы вәкил шулай уҡ Төркиәлә Башҡортостан исеменән бизнес-миссиялар, күргәҙмә-конгрестар һәм башҡа саралар үткәреүҙә терәк буласаҡ.

Генджехан Тунай Төркиә Республикаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд