2024 йылға тиклем республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үҫешәсәк

2024 йылға тиклем республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үҫешәсәк https://bash.news/news/106467_2024_jyla_tiklem_respublikany_yultransport_xuzhalyy_s_tp_eshmkrlek_jnleshe_bujynsa_eshsk
27 сен 2019, 22:02

Торлаҡ төҙөлөшө, сәнәғәт, юл һәм транспорт. Был йүнәлештәр бөгөн 2024 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһындағы указ үтәлешенә арналған брифингта өйрәнелде. Киләһе биш йылда республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше билдәләгән. Халыҡ ташыуҙы системалаштырыу, юл хәрәкәтен мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү һәм күләмле инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыу.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы: “Ағиҙел аша яңы күперҙе һалып бөтөү төп маҡсаттарҙың береһе. Интернационал урамында ла яңы күпер һалыу ҡарала. Баш ҡаланың көнсығыш ҡапҡалары ла төҙөлөп бөтөргә тейеш. Ошо эштәр башҡарылһа, Өфөнөң транспорт хәрәкәте яңы кимәлгә сығасаҡ”.

Төҙөлөш өлкәһендә лә күләмле проекттар көтөлә. Тәү сиратта торлаҡ күләмен бер кешегә 28 квадрат метрға еткереү бурысы тора. Шулай уҡ биш йыл эсендә 3 меңдән ашыу ғаиләне иҫкергән торлаҡтан күсереү күҙаллана.

Марат Әхмәҙуллин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы: “Йәш ғаиләләргә ҡуртымға фатир тәҡдим итеп һуңынан уны хосусилаштырыу мөмкинлеге биргән республика программаһы әҙерләнә. Уға ярашлы, 5 йөҙҙән ашыу йәш парҙар торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Әле был программаны ғәмәлгә ашыра башлау өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр әҙерләнә”.

Автор: Айнур Кәбиров.

2024 йылға тиклем республиканың юл-транспорт хужалығы өс төп эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үҫешәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд