Бөгөн Өфө районында 29-сы Халыҡ-ара Аксаков фестивале үтте

Бөгөн Өфө районында 29-сы Халыҡ-ара Аксаков фестивале үтте https://bash.news/news/106511_bgn_f_rajonynda_29sy_xalyara_aksakov_festivale_tte
28 сен 2019, 21:30

Байрам сиктәрендә милли ихаталар күргәҙмәһе, концерт номерҙары әҙерләнгән.. "Йәшмәләр" фольклор ансамбле Халыҡ-ара Аскаков көндәрендә даими ҡунаҡ. Быйыл да улар фестивалде асыу тантанаһында ҡатнаша. 29-сы тапҡыр ойошторолған байрам Өфө районы халҡын, ҡунаҡтарҙы йыйҙы.

Төп сараларҙың береһе йылдағыса Зубов ауылында үтә. Сағыу фестиваль йәш быуынға Сергей Аксаковтың ижады менән ентекләп танышырға ярҙам итә.

Халыҡ-ара Аксаков фестивале Зубов ауылында юҡҡа ғына үткәрелмәй. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса бында яҙыусының олатаһы Николай Зубовтың имениеһы урынлашҡан, Был хаҡта ул үҙенең автобиографик әҫәрендә лә яҙа. Яҡташыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында урындағы халыҡ 1990 йылдан алып күркәм фестиваль ойоштора. Байрам майҙанында республикала йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре күргәҙмә, кәсепселәр йәрминкәһе үткәрә.

Сергей Аксаков ижады меңәрләгән кешене берләштерә. Фестиваль майҙанында фольклор ансамблдәре, үҙешмәкәр театр актерҙары ла сығыш яһай. Ваҡыт үтеү менән уның әҫәрҙәре көнүҙәклеген юғалтмай, тип билдәләй Аксаков ролен башҡарыусы.

Күргәҙмәләр араһында кейеҙҙән эшләнгән Сергей Аксаков портреты айырым урын алып тора. Композиция авторына был панноны ул бер йыл дауамында эшләгән. Ҙур байрамға әйләнгән фестиваль сәхнәлә дауам итте.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бөгөн Өфө районында 29-сы Халыҡ-ара Аксаков фестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир