Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итте

Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итте https://bash.news/news/106571_vladimir_putin_grazhdandary_ber_nis_kategoriyayn_kilemg_alym_tln_azat_itte
30 сен 2019, 15:04

Рәсәй президенты Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итеү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итте
Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын килемгә һалым түләүҙән азат итте

Йылына дүрт меңдән ашмаған күләмдә матди ярҙам алған студенттар, курсанттар, аспиранттар, адъюнкттар, ординаторҙар һәм ассистент-стажерҙар НДФЛ түләмәй. Бынан тыш, тәбиғәттән, теракттарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргән граждандар һалымдың ошо төрөнән бушатыла, уларҙың ғаиләләре лә һалым түләмәй. Яңылыҡ торлағын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә ҡуртымға биргәндәргә лә ҡағыла. Ҡанун 2020 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество