Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында яҙған

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында яҙған https://bash.news/news/106603_radij_xbirov_social_seltr_auly_alau_lkend_ktlgn_greshtr_turaynda_yaan
30 сен 2019, 21:05

Башҡортостан Башлығы Октябрьский балалар дауаханаһының ремонттан һуң буласаҡ һүрәттәрен күрһәтеп, хәҙерге балалар учреждениеларының эске һәм тышҡы ҡиәфәтенә талаптарҙы билдәләгән. Төбәк башлығы белдереүенсә, балалар учреждениелары казармаларға түгел, ә балалар дауаханаларына оҡшарға, дауаханалар кешегә яҡыныраҡ булырға тейеш.

Үҙенең социаль сәхифәһендә төбәк башлығы 2024 йылға Республика кардиоүҙәгенең яңы корпусы, Балалар онкология һәм гематология үҙәге, Өфөнөң Затон биҫтәһендә күп функциялы дауахана комплексы һәм Бөрө һәм Ишембай ҡалаларында бала табыу йорттары, республика буйынса 12 поликлиника, 3 ауыл амбулаторияһы, 20 фельдшер-акушер пункты төҙөләсәген белдергән. Бынан тыш, авария хәлендәге 130 ауыл медпунктын 147 модулле фельдшер-акушер пункты алыштырыр тип күҙаллана.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында яҙған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA