Өфөлә йәш ғалимдар эпидемиология, микробиология һәм гигиена мәсьәләләрен тикшерә

Өфөлә йәш ғалимдар эпидемиология, микробиология һәм гигиена мәсьәләләрен тикшерә https://bash.news/news/106606_fl_jsh_alimdar_epidemiologiya_mikrobiologiya_m_gigiena_msllren_tiksher
30 сен 2019, 21:10

2-4 октябрҙә Өфөнөң Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институты базаһында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Заман эпидемиологияһы, микробиологияһы һәм гигиена мәсьәләләренә арналған форумда Рәсәйҙең 23 төбәгенән 80-дән ашыу йәш ғалим ҡатнашасаҡ.

Эпидемиология һәм микробиология йүнәлешендә тағун таяҡсаһы, холераға килтергән факторҙар, туберкулез һәм менингит сирҙәренә ҡаршы көрәш ысулдары яҡтыртыла. Белгестәр бруцеллез, гемморогик биҙгәк, тағунға ҡаршы вакциналарҙың һөҙөмтәһе, иммунологик көсө хаҡында докладтар менән сығыш яһаясаҡ.

Гигиена секцияһында Рәсәйҙә профессиональ сирҙәрҙе өйрәнеү һәм анализлау мәсьәләлре лә тикшереләсәк. Конференцияла шулай уҡ "Иң яҡшы йәш ғалим хеҙмәте" номинацияһында 50 доклад тыңланасаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә йәш ғалимдар эпидемиология, микробиология һәм гигиена мәсьәләләрен тикшерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд