Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ижад миҙгелен Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән асты

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ижад миҙгелен Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән асты https://bash.news/news/106608_strletama_dlt_teatrkoncert_berlshme_izhad_migelen_mostaj_krimde_y_urlau_komediyay_menn_asty
30 сен 2019, 21:13

Халыҡ шағирының 100 йыллығына арналған спектакль был юлы яңыртылған актерҙар составында сәхнәгә сыҡты. Премьераны ҡарарға республика театр тәнҡитселәренән тыш, билдәле сәнғәт әһелдәре лә махсус саҡырылды.

Миҙгел асылыу уңайынан, театр коллективы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Уның сиктәрендә журналистар һорауҙарына яуап биреп, яңы миҙгелдә көтөләсәк премьералар тураһында һөйләне. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бәйле шулай уҡ, стәрлеләр "Ай тотолған төндә" драмаһын да сәхнәләштерәсәк.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ижад миҙгелен Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән асты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров