Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева республиканың төп концерт залында сығыш яһаны

Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева республиканың төп концерт залында сығыш яһаны https://bash.news/news/106609_auyrazy_yy_rushana_vlieva_respublikany_tp_koncert_zalynda_syysh_yaany
30 сен 2019, 21:14

Һоҡланғыс тембрлы тауыш, үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән таң ҡалдырған яҡташыбыҙ баш ҡала тамашасыһына ҙур концерт программаһын тәҡдим итте. Өфө - гастроль турына ингән төбәктәрҙең береһе. Алдағы көндәрҙә Рушана ижадташ дуҫтары менән бергә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡазан ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.

Өфө сәхнәһендә Рушана Вәлиева "Голос" проектында билдәлелек килтергән һәм үҙе ижад иткән йырҙарын башҡарҙы. Улар араһында башҡорт телендәгеһе лә бар. Әйткәндәй, концерт телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Уны телевизор ҡараусылар тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарай ала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева республиканың төп концерт залында сығыш яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров