Өфөлә Башҡортостан прокуроры кубогына ярыштар үтте

Өфөлә Башҡортостан прокуроры кубогына ярыштар үтте https://bash.news/news/106610_fl_bashortostan_prokurory_kubogyna_yaryshtar_tte
30 сен 2019, 21:15

Баш ҡалаға илебеҙҙең 8 төбәгенән закон һағында тороусылар килде. Сара татаналы шарттарҙа ҡурай һәм милли гимн оҙатыуында асылды. Турнирҙы ойоштороусылар ҡатнашыусы командаларға ғәҙел һәм уңышлы уйын теләне. Программала ике спорт төрө-хоккей һәм футбол буйынса ярыштар ойошторолдо.

Виктор Логинов, Башҡортостан прокуроры вазифаһын башҡарыусы: “Башҡортостан командаһы өсөн янып-көйәсәкмен. Беҙ еңербеҙ, тип уйлайым”.

Сергей Хуртин, Ульяновск өлкәһе прокуроры: “Бындай турнирҙар үткәреү- яҡшы традиция. Өфө беҙҙе һәр ваҡыт дуҫтарса йылы ҡаршылай”.

Өфө командаһы бронза миҙал яуланы. "Өфө -арена" боҙонда Башҡортостан прокурорҙары Һамар һәм Ульяновск өлкәләре командаһын еңде. Финалда Санкт-Петербургтан коллегалары менән уйнап, чемпион исемен раҫланы.

Өфөлә Башҡортостан прокуроры кубогына ярыштар үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество