Спортты үҫтереү өсөн йәшәү урынын алмаштырырға әҙер булғандарға 600 мең һум

Спортты үҫтереү өсөн йәшәү урынын алмаштырырға әҙер булғандарға 600 мең һум https://bash.news/news/106622_sportty_tere_sn_jsh_urynyn_almashtyryra_er_bulandara_600_me_um
30 сен 2019, 22:58

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда "Ауыл тренеры" программаһы башлана. Уға ярашлы, алдағы биш йылда ауылдарға йөҙ тирәһе спорт өлкәһе белгестәре ҡайтарырға иҫәп тотола. Был турала республика етәксеһенең 2024 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһындағы указын тормошҡа ашырыуға арналған брифингта белдерелде. Документта шулай уҡ республикала 4 ҙур спорт үҙәге, 16 бассейн төҙөү планлаштырыла.

Михаил Киреев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Документта спортты үҫтереү һәм йәштәр эштәре буйынса 8 төп йүнәлеш билдәләнгән. Төҙөлөштәр иң ҙур урында алып тора. Спорт көрәше, волейбол, гимнастика үҙәге, футбол стадионы һәм башҡа әһәмиәтле объекттар”.

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы: “Хөкүмәт тәү сиратта спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уларға профессионал спортсылар ғына түгел, тотош ресапублика халҡы шөғөлләнә алырға тейеш. Күләмле спортты, физик культураны үҫтереү мөһим”.

Үҫеш стратегияһында халыҡтың хәүефһеҙлегенә лә шаҡтай ҙур иғтибар бирелә. 2024 йылға тиклем тотош республиканы дөйөм иҫкәртьеү системаһына тоташтырыу күҙ уңында тотола. Әле тик 18 районда ғына ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә иҫкәртеү мөмкинлеге бар. Янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарын бушлай алыусы граждандар категорияһы ла киңәйтеләсәк. 20 янғын һүндереү депоһы төҙөү ҙә ҡарала.

Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы: “Үткән бишйыллыҡта республикала ни бары биш янғын һүндереү депоһы төҙөлгән. Киләһе биш йылда беҙ егермене төҙөйәсәкбеҙ. Иҫкеләрен яңыртыу менән бергә яңылары ла барлыҡҡа киләсәк”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Спортты үҫтереү өсөн йәшәү урынын алмаштырырға әҙер булғандарға 600 мең һум

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество