Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегендә Ләйсән Үтәшева яҡташтары менән осрашты

Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегендә Ләйсән Үтәшева яҡташтары менән осрашты https://bash.news/news/106623_bashortostandy_mskge_vkillegend_ljsn_tsheva_yatashtary_menn_osrashty
30 сен 2019, 23:02

Сығышы менән Әлшәй районынан булған легендар спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, телевидение алып барыусыһы һәм модель тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, карьераһы, ғаиләһе тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан сәскә гөлләмәһе Ләйсән Үтәшева өсөн көтөлмәгән бүләк. Яҡташтар иғтибары билдәле спортсы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан билдәле яҡташыбыҙға сәләмләү менән милли биҙәүес тапшырылды. Ул башҡорт ҡыҙының образына бик килешеп тора.

Күптән күрешмәгән туғандар осрашыуы тиерһең. Тыуған төйәге Раевкаға даими ҡайтып йөрөгән Ләйсән өсөн был осрашыу ҙур ғаиләнең үҙ-ара аралашыуын хәтерләтте. Спортсы ҡартатаһы менән өләсәһе йәшәгән йорттан көс-ҡеүәт алыуын билдәләне. Әйткәндәй, башҡорт мөхите тормош иптәше Павел менән улы өсөн дә яҡын икән. Өс йәшлек Роберттың иһә үҙ хыялы.

Спортсыны Мәскәүҙә белем алыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының бүләге лә ғәжәпләндерҙе. Ул ҡурайсы егет Салауатты үҙе менән Өфөлә сығыш яһарға саҡырҙы. Декабрҙә баш ҡалабыҙҙа Ләйсән Үтәшева сәләмәтлек, спорт, карьера темаһына арналған үҙенең ҙур семинарын һәм оҫталыҡ дәресен ойоштороға иҫәп тота.

Нисек сәләмәт һәм матур булырға? Ләйсән был тәңгәлдә абруйлы эксперт. Мәскәүҙә башҡорт ҡыҙҙары араһында ойошторолған "Башҡорт һылыуҡайы" конкурсы жюри рәйесе тәҡдимен дә яҡташыбыҙ ҡыҙыҡһынып ҡабул итте.

Яңыраҡ Ләйсән Яңы Зеландияла булғанда ундағы берҙәмлеккә иғтибар иткән. Гимнастканы урындағы халыҡтың донъяның төрлө тарафтарына таралған ватандаштарына ярҙамға килергә әҙер тороуы һоҡландырған. Ул үҙе лә башҡорт халҡының бер вәкиле итеп тойоуын белдереп, осрашыуға йыйылыусы яҡташтарына ошо сифатты күтәрергә һәм үҫтерергә кәңәш итте.

Автор: Рәйлә Күсемханова.

Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегендә Ләйсән Үтәшева яҡташтары менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA