Бөгөн Өфөлә медицина буйынса Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли кәңәшмә башланды

Бөгөн Өфөлә медицина буйынса Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли кәңәшмә башланды https://bash.news/news/106717_bgn_fl_medicina_bujynsa_rsj_kimlendge_ilmimli_kshm_bashlandy
01 окт 2019, 23:13

Бөгөн Өфөлә «Ауыл халҡына беренсел медик санитар ярҙам күрһәтеүҙә урта белемле медицина белгестәренең роле» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли кәңәшмәһе асылды.

Форумда ил төбәктәренән алдынғы эксперттар, медицина вуздары уҡытыусылары, табиптар ҡатнаша. Республикала бөтәһе 17 мең медицина хеҙмәткәре эшләй. 2016 йылдан төбәктә «Ауыл фельдшеры» программаһы тормошҡа ашырыла.

Проектта180 белгес ҡатнашҡан. 2024 йылға тиклем 200-ҙән ашыу фельдшер- акушерлыҡ пункттарын асыу күҙаллана һәм 10 поликлиника файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Тәүге звено белгестәре кәңәшмәлә маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфө медицина колледжында ла булып тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙә тәжрибә менән уртаҡлашты. Форум ике көн дауам итә һәм алдынғы технологиялар менән эшләү алымдары өйрәнелә.

Ирина Купеева, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы департаменты директоры: “Беҙ форумға икенсе йыл рәттән Башҡортостанда йыйылдыҡ. Илдең 60 төбәгенән белгестәр килде. Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү юлдары ҡарала”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Өфөлә медицина буйынса Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли кәңәшмә башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество