Өфө районыны Яңы Булгаков ауылында дәүләт дарыуханаһы асылды

Өфө районыны Яңы Булгаков ауылында дәүләт дарыуханаһы асылды https://bash.news/news/106723_f_rajonyny_yay_bulgakov_auylynda_dlt_daryuxanay_asyldy
01 окт 2019, 23:26

Күптән түгел генә ауыл халҡына дарыу һатып алыр өсөн Өфөгә барырға тура килһә, хәҙер Яңы Булгаковта йәшәүселәр яңы асылған дарыуханаға йөрөй. Тәүге һатып алыусыларҙы ташламалар һәм буләктәр көтә.

Фармацевтика өлкәһе тағы ла бер дарыухана менән тулыланды. Өфө районы Яңы Булгаков ауылында дәүләт дарыуханаһы асылды. Һатып алыусыларға ошо уңайҙан ҙур ташламалар, бүләктәр һәм бонустар бирелде.

Күптән түгел генә ауыл халҡына дарыу һатып алыр өсөн Өфөгә барырға тура килһә, хәҙер Яңы Булгаковта йәшәүселәр яңы асылған аптекаға йөрөй.

Павел Юдин, табип: “Мин табип булараҡ дәүләт аптекаларына ышанам. Һәм шуға ла ауыл халҡы өсөн шатмын”.

Арзан дарыуҙар менән нисек һауығырға, йә иһә иммунитетты нисек нығытырға? Төрлө дарыуҙарҙың тәғәйенләнеше һәм башҡа һорауҙар менән аптекала эшләүсе фармацевтар мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был продукция сифатына ла бик яҡшы, сөнки препараттарҙы ышаныслы поставщиктар һәм дистрибьютерҙар етештерә.

Әлфиә Рәхмәтуллина, «Башфармация» дәүләт дарыуханаһы генераль директоры: “Өфө районында был дәүләт аптекаһы тәүгеләрең береһе”.

Дарыуханала халыҡты юғары сифатлы препаттар менән тәьмин итәсәкбеҙ. Фармацевтар һеҙгә йәнең теләгән дарыуҙы һайлап алырға ярҙам итер. Дарыухананың асылыу хөрмәтенә 15% ташлама ҡаралған. Һатып алыусыларҙы бүләктәр көтә.

Өфө районыны Яңы Булгаков ауылында дәүләт дарыуханаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд