Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге

Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге https://bash.news/news/106735_bashortostan_duly_m_tatyuly_tjge
02 окт 2019, 10:00

Республика башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара "Валдай" дискуссия клубы ултырышында ҡатнашты, "Рәсәй һәм ислам донъяһы" тигән сессияла сығыш яһап , ул шулай тип белдерҙе.

Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге
Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге

"Башҡортостан төрлө конфессиялар киҫелешендә урынлашҡан тигән фекерҙәр менән килешмәйбеҙ, беҙ киҫелештә түгел, үҙәктә урынлашҡанбыҙ. Һәм татыу йәшәйбеҙ. Шуға Башҡортостан - Евразия йөрәге тип әйтәбеҙ. "Толерантлыҡ" тигән төшөнсәне лә ҡабул итә алмайбыҙ. Инглиз теленән ул "бер береңде түҙеү" тигән һымаҡ тәржемәләнә. Ә беҙ түҙеп йәшәү яҡлы түгел. Бергә, татыу йәшәйбеҙ", тип белдерҙе Радий Хәбиров һәм клуб ағзаларын Башҡортостанда ултырыш уҙғарырға саҡырҙы. "Валдай" халыҡ-ара клубы 2004 йылда булдырылған. Билдәле сәйәсмәндәр, сәйәсәт һәм иҡтисад белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар даими осрашып төрлө көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд