Ултырыштар - башҡорт телендә

Ултырыштар - башҡорт телендә https://bash.news/news/106763_ultyryshtar_bashort_telend
02 окт 2019, 15:00

Республика башлығы Радий Хәбировтың кәңәшмә-ултырыштарҙы башҡорт телендә уҙғарыу башланғысына райондар әүҙем ҡушыла. Ошо көндәрҙә Дәүләкән районы Советы ултырышы ла туған телдә ойошторолдо. Районда күпләп башҡорттар йәшәүен иҫәпкә алғанда, ул ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш тигән фекерҙә ҡалды депутаттар.

Ултырыштар - башҡорт телендә
Ултырыштар - башҡорт телендә

Халыҡ вәкилдәре ултырыш барышында юлдар торошо, экологик хәлгә бәйле һорауҙарҙы ҡараны һәм киләһе йылға бюджет планын тикшерҙе. Район Советы ултырышында сығыштарҙың рус телендәге тәржемәһе экранға сығарылды.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд