Радий Хәбировтың алдағы биш йыллыҡҡа ҡуйған үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу өсөн документтар әҙерләнә

Радий Хәбировтың алдағы биш йыллыҡҡа ҡуйған үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу өсөн документтар әҙерләнә https://bash.news/news/106789_radij_xbirovty_alday_bish_jyllya_ujan_esh_strategiyayn_tormosha_ashyryu_sn_dokumenttar_erln
02 окт 2019, 22:30

Республика етәксеһенең алдағы биш йыллыҡҡа ҡуйылған үҫеш стратегияһын ғәмәлгә ашырыу өсөн республикала норматив документтарҙы камиллаштырыу буйынса эш башланды.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән Консультатив совет ултырышында алдағы йылдарға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү юлдары барланды. 2024 йылға тиклем билдәләнгән төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш программаһына ярашлы, Башҡортостандың бөтә өлкәләрен дә алғы һыҙатҡа сығарыр уңайлы шарттар булдырыу талап ителә.

Инвестицияларҙы йәлеп итеү, демография күрһәткестәрен яҡшыртыу, иҡтисадты үҫтереү өсөн хоҡуҡи документтарға төплө иғтибар бүленәсәк.

Автор: Флорида Ким.

Радий Хәбировтың алдағы биш йыллыҡҡа ҡуйған үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу өсөн документтар әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд