Йылылыҡ өсөн түләүҙә үҙгәрештәр көтөлә

Йылылыҡ өсөн түләүҙә үҙгәрештәр көтөлә https://bash.news/news/106792_jylyly_sn_tl_greshtr_ktl

Йылылыҡ өсөн яңыса түләү күп ҡатлы йорттарҙа урынлаштырылған иҫәп приборы күрһәткесе буйынса башҡарыласаҡ.

Бындай иҫәп ҡоролмалары йорт подвалдарында ҡуйылған. Ай һайын тотонолған йылылыҡ күләме иҫәпләнеп һәр фатирға бүленәсәк. Сумма торлаҡтың күпме квадрат метр тәшкил итеүенә лә бәйле буласаҡ. Быға тиклем билдәле норматив буйынса түләүҙәр алып барылһа, сарыф ителгән йылылыҡ өсөн факт буйынса иҫәпләшеү ғәҙелерәк тип һанала.

Тик прибор күрһәткесен үҙ күҙе менән күрмәгән фатир хужалары квитанцияла килгән сумманың дөрөҫлөгөн дәлилләү талап итә. Был һорау менән ҡалала йәшәүселәр Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа мөрәжәғәт иткән.

Вадим Беляков, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе урынбаҫары: “Халыҡ квитанцияла күрһәтелгән сумманың дөрөҫ иҫәпләнгәнен белергә теләй. Сөнки уны тикшереү ҡатмарлы. Беҙ кәңәшмәлә ошо һорауҙы күтәрҙек. Аныҡ ҡына яуап булманы. Проблема бар, уны сисергә кәрәклеген тармаҡ белгестәре инҡар итмәй”.

Торлаҡ- коммуналь хужалыҡта килеп тыуған мәсьәлә буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бер фекергә килмәне. Дөйөм иҫәп приборы күрһәткесен квитанцияла яҙыу варианты ҡаралды. Нисек кенә булмаһын, республика йылылыҡ буйынса түләүҙә яңы системаға күсте. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр хәҙер йылылыҡ энергияһы өсөн эллекке кеүек йыл әйләнәһенә түгел, ә һигеҙ ай өсөн түләйәсәк. Фатир хужалары ул хаҡтың элеккегә ҡарағанда артығыраҡ булыуын күрәсәк.

Марат Шәңгәрәев, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: “Халыҡ квитанцияла йылылыҡ өсөн күрһәтелгән хаҡтың дөрөҫ булыуына, һәм ресурс менән тәьмин итеүсе идарасы ойошмаларға ышана алырмы? Ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин итеүсе компаниялар вәкилдәре менән һөйләштек. Улар үҙ сиратында фатир хужалары мөрәжәғәте буйынса тейешле мәғлүмәтте күрһәтеп барырға әҙер. Күрһәткестәр уларҙа электрон вариантта ла була”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Йылылыҡ өсөн түләүҙә үҙгәрештәр көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд