Абхазияның билдәле хирургы Руслан Смыр Өфөлә ҡунаҡта

Абхазияның билдәле хирургы Руслан Смыр Өфөлә ҡунаҡта https://bash.news/news/106795_abxaziyany_bildle_xirurgy_ruslan_smyr_fl_unata
02 окт 2019, 22:35

Ул Башҡорт дәүләт медицина университетына 1993 йылда уҡырға инә. Һуғыш барған илдән Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов төбәктең уҡыу йорттарына 60 cтудентты ҡабул итеү тураһында ҡарар сығара. Был студенттар араһында Руслан Смыр ҙа була. БДМУ-ны уңышлы тамамлаған йәш хирург тыуған республикаһына ҡайтып төпләнә.

Руслан Смыр башҡорт хирургияһы мәккәһе булған Өфө менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә тора. Йыл һайын баш ҡалаға килеп, арҙаҡлы башҡорт хирургтарынан оҫталыҡ дәрестәре ала. Был юлы ул Да Винчи роботында профессор Мәхмүт Тимербулатов етәкселегендә ғәмәли операцияларҙа ҡатнашты.

Абхазияның әйҙәүсе хирургы докторлыҡ диссертацияһын яҙа һәм уны Өфөлә яҡлаясаҡ. Медицина менән етди шөғөлләнгән ғалим баш ҡалала мәҙәни программаға ла ваҡыт тапҡан. Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Һеңлекәш» нәфис фильмын ҡарағандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Руслан Смыр, Абхазия республика клиник дауаханаһы баш табибы урынбаҫары, хирург: “Башҡортостан шул тиклем күңелемә яҡын, минең икенсе тыуған илем кеүек. 12 йыл Өфөлә йәшәнем. Йыл һайын тәжрибә уртаҡлашырға килеп торам. Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмды дуҫтарым тәҡдиме буйынса ҡараным. Кешеләрҙең ихласлығы, өлкәндәр – балалар һәм төрлө милләт балалары араһында дуҫтарса эскерһеҙ мөнәсәбәт оҡшаны”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Абхазияның билдәле хирургы Руслан Смыр Өфөлә ҡунаҡта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество