Күмертауҙа ашығыс медицина ярҙамы ойошторолоуға 70 йыл

Күмертауҙа ашығыс медицина ярҙамы ойошторолоуға 70 йыл https://bash.news/news/106796_kmertaua_ashyys_medicina_yaramy_ojoshtoroloua_70_jyl
02 окт 2019, 22:36

Станцияның тарихы Күмертау Бабай ҡасабаһы булған осорҙан башлана. Һуңғы йылдарҙа ойошманың матди-техник базаһы яҡшырған, автопарк тулыһынса яңыртылған һәм кәрәкле белгестәр менән тулыландырылған. Диспетчерҙар көнөнә йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә.Ҡыҙғанысҡы ҡаршы, ялған шылтыратыуҙар ҙа була, ти аҡ халатлылар.

Илнур Ҡотлоғужин, ашығыс медицина ярҙамы станцияһы фельдшеры: “Мин колледж тамамлау менән 20 йәшемдә ашығыс ярҙам бригадаһында эш башланым. Ул саҡта носилка менән кислород аппаратынан башҡа тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн бер нәмә лә булмай торғайны. Хәҙер пациенттың тын алышы һәм йөрәге туҡтаған осраҡта ла ярҙам итерлек шарттар бар”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Күмертауҙа ашығыс медицина ярҙамы ойошторолоуға 70 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд