Өфөлә «Ҡояшлы баҡсасы» лагерын ябыу тантанаһы үтте

Өфөлә «Ҡояшлы баҡсасы» лагерын ябыу тантанаһы үтте https://bash.news/news/106798_fl_oyashly_basasy_lageryn_yabyu_tantanay_tte
02 окт 2019, 22:37

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Сәлих» социаль-мәғариф һауыҡтырыу базаһы нигеҙендә «Ҡояшлы баҡсасы» лагерын ябыу тантанаһы үтте.

Аҙна дауамында лагерҙа Даун синдромлы һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 15 бала баҡсасы һөнәре серҙәренә төшөнгән. Үҫмерҙәргә «Лидер ЭКО» үҙәге педагогтары, уҡыу йорто студенттарынан ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары ярҙам иткән. Балалар менән шулай уҡ реабилитация саралары ла уҙғарылған. Аҙна һуңында лагерҙа емеш баҡсаһы ултыртыу тантанаһы үткән.

Балалар менән бергә «Ҡояшлы баҡса»ға өлкәндәр, шул иҫәптән республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов та нигеҙ һалышҡан.

Өфөлә «Ҡояшлы баҡсасы» лагерын ябыу тантанаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд