Бөгөн Өфө районында Брянск трактор заводында йыйылған 10 трактор асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте

Бөгөн Өфө районында Брянск трактор заводында йыйылған 10 трактор асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте https://bash.news/news/106809_bgn_f_rajonynda_bryansk_traktor_zavodynda_jyjylan_10_traktor_asysyn_tapshyryu_tantanay_tte
02 окт 2019, 23:31

Ҙур юлдар өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән заманса ҡеүәтле техника. Республика юл тармағының эре предприятиеһы дәүләт субсидиялау программаһы буйынса отошло шарттарҙа техника һатып алды.

Ваҡыт һынауы үткән техник мөмкинлектәр, 12 ай гарантия, запас частар булыуы. Заман Рәсәй техникаһы сит ил аналогтарынын ҡалышмай. Яңы БТЗ 150 тракторы «Башсельхозтехника» предприятиеһында Брянск трактор заводы менән берлектә етештерелгән һәм йыйылған. Ныҡлы техникаға Ярославль моторҙар заводының 180 ат көсөнә эйә двигателе ҡуйылған. Рәсәй махсус техникаһының өҫтөнлөктәре юғары.

Алина Шестакова, «Башсельхозтехника» предприятиеһының машиналар һатыу бүлеге етәксеһе: "Бөгөн беҙ эре партия техника тапшырабыҙ. Был Брянск трактор заводының «Башсельхозтехника»ның яңы цехы базаһында етештерелеүсе БТЗ 150 маркалы тракторҙары. Заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән тракторға Пермь заводында эшләнгән агрегат ҡуйылған. Әлеге ваҡытта базала республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ураҡ кампанияһын уңышлы тамамлау өсөн бөтә техника сираты бар”.

Үҙебеҙҙә етештерелгән яңы БТЗ 150 тракторҙары Башҡортостан юл тармағының эре предприятиеһына йүнәлде. «Башсельхозтехника»ла махсус машиналар тупланмаһы ҙур. Бында шулай уҡ гарантия ваҡытында һәм гарантиянан һуң хеҙмәтләндереү, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарының техник торошон тикшереү, ремонтлау башҡарыла. Предприятие цехтарында әле ҡыҙыу мәл, яңы ремонт миҙгеле башлана.

Рафаэль Мөхәмәтйәров «Башсельхозтехника» предприятиеһының баш белгесе: «Башсельхозтехника»ла тракторҙар, комбайндар һәм башҡа махсус ҡорамалдарҙы дәүләт субсидиялау һәм «Росагролизинг» программалары буйынса отошло шарттарҙа алырға мөмкин”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Бөгөн Өфө районында Брянск трактор заводында йыйылған 10 трактор асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество