Нефтекама йылдам үҫеш биләмәһендә тәүге резидент барлыҡҡа киләсәк

Нефтекама йылдам үҫеш биләмәһендә тәүге резидент барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/106877_neftekama_jyldam_esh_bilmend_tge_rezident_barlya_kilsk
03 окт 2019, 22:34

Предприятие тиҙ ҡоролошло биналар төҙөү өсөн сендвич панелдәр етештерәсәк. Инвесторҙар производствоны яйға һалыуға 54 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлткән. Бөгөн предприятиены Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡараны.

Йылдам үҫеш биләмәһенең тәүге резиденттары Нефтекама өсөн ят кешеләр түгел. Инвесторҙар ҡалала 2002 йылдан алып эшләй. Автопласт холдингы абс пластик , пвх профилдәрҙән йәмәғәт транспорты өсөн ултырғыстар, люктар, панелдәр етештерә

Деталдәр «Нефаз» автобустары, троллейбустар йыйыуҙа файҙаланыла. Быйыл ғына етештерелгән продукция күләме бер миллиард һумдан ашып киткән. Башҡортостан күпләп ҡала транспортын яңырта башлау менән эш тағы ла артты, ти эшселәр.

Тиҙҙән предприятиеның яңы цехтары барлыҡҡа киләсәк. Яңы производство Нефтекама йылдам үҫеш биләмәһе булараҡ ташламалы шарттарҙа эшләйәсәк. Унда инде тиҙ ҡоролмалы биналар етештереү өсөн сендвич панелдәр етештереү яйға һалынасаҡ. Радий Хәбиров менән Владимир Якушев ҡаланы төҙөкләндереү барышы менән дә танышты.

Республика башлығы һуңғы тапҡыр Нефтекамала булғанында ҡала эсендәге күл ҡоротолоп торлаҡ төҙөлөшө өсөн әҙерләнгән урынды һаҡларға кәрәклеген белдергәйне. Әле был урында күл яры ҡайтанан төҙөкләндерелеп халыҡ өсөн ял паркы эшләнә. Радий Хәбиров менән Владимир Якушев унда тәүге ағастар ултыртты.

Автор: Артур Кәбиров.

Нефтекама йылдам үҫеш биләмәһендә тәүге резидент барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA