Бөгөн Күмертау ҡалаһында баланың ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөп йәрәхәтләнеү осрағы буйынса суд ултырышы үтте

Бөгөн Күмертау ҡалаһында баланың ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөп йәрәхәтләнеү осрағы буйынса суд ултырышы үтте https://bash.news/news/106879_bgn_kmertau_alaynda_balany_yjytan_bo_kige_tshp_jrxtlne_osray_bujynsa_sud_ultyryshy_tte
03 окт 2019, 22:38

Хәбәр итеүебеҙсә, 6 мартта Күмертауҙа әсәһе менән подъездан сығып барған Нурислам Никитин зыян күргәйне. Ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әле малай тулыһынса аяҡҡа баҫҡан тип әйтеп булмай. Зыян күреүселәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Нурислам өсөн һәр хәрәкәт, һәр күнекмә оло һынауға тиң. 7 йәше генә тулған малай март айынан алып аяҡҡа баҫыу өсөн көрәшә. Уның көндәре дауаханаларҙа, реабилитация үҙәктәрендә үтә. Ә ҡаза көтмәгәндә килә, мәктәпткә барырға дәртләнеп йөрөгән баланың өҫтөнә ҡыйыҡ башынан боҙ киҫәге килеп төшә.

Ғәҙәттән тыш хәл Күмертау ҡалаһының Беренсе май урамында, 26-сы йорт янында теркәлә. Фажиғә Никитиндарҙың тормошон ике уртаға бүлә. Йырларға, бейергә яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән малайға күнекмә-түңәрәктәрҙе дауахана койкаһына алыштырырға тура килә. Умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән бала бер айға яҡын түшәктә уҙғара, уға корсет кейә башлағас ҡына атларға рөхсәт ителә. Нурисламды ҡарау өсөн әсәһе эштән китә.

Әммә идарасы компания үҙ ғәйебен танырға ашыҡмай, улар был көндәрҙә ҡыйыҡ таҙартылды тип иҫбатлай. Хатта малайҙың икенсе урында йрәхәтләнеүе мөмкин тигән фараз да була. Әммә күршеләре әйтеүенсә, ҡыйыҡ был осорҙа таҙартылмаған. Күршеләре Станислав Сидоров түшәмде боҙ ҡаплауына үҙе шаһит була. Зыян күреүселәргә лә беренсе ярҙамды тап ул күрһәтә.

Станислав Сидоров, Никитиндарҙың күршеһе: “Мин күрше подъезда, бишенсе ҡатта йәшәйем. Эшкә сығып бара инем, түшәмдән һыу тама башлағас ошо фажиғәнән бер нисә көн алда ғына ҡыйыҡ башына менеп төштөм, унда ҡар, боҙ ята ине. Фажиғә булған көндә лә кис подъезд алды тулы боҙ киҫәктәре ине, мин уны телефонға ла төшөрөп алдым”.

Суд бөгөн Кумертау ҡалаһында үтте. Адвокат Шамил Исмәғилев әйтеүенсә, күрелгән матди зыян 1 миллион һум тирәһе. Әммә был сумма әлеге ваҡытҡа ғына, сөнки реабилитация әле булһа ла дауам итә.

Суд үтте, әммә әлегә аныҡ ҡарар юҡ, киләһе суд ултырышы 10 октябрҙә үтә. Зыян күреүселәр әйтеүенсә, идарасы компания вайымһыҙлығы өсөн яуап тоторға тейеш, Ғәҙел ҡарар булмаһа улар Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Ә кескәй Нурисламдың ҡасан тулыһынса аяҡҡа баҫырын әле бер табип та әйтә алмай.

Автор: Р.Кәримова.

Бөгөн Күмертау ҡалаһында баланың ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөп йәрәхәтләнеү осрағы буйынса суд ултырышы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд