Өфөлә уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан мөһим ултырышы үтә

Өфөлә уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан мөһим ултырышы үтә https://bash.news/news/106881_fl_uytyusylary_nri_bajramy_aldynan_mim_ultyryshy_t
03 окт 2019, 22:39

Мәғариф тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың иғтибар үҙәгендә: мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса дәүләт комитеты Шамонин урта мәктәбе базаһында Өфө районы уҡытыусылары менән ҡор йыйҙы. Ауыл мәктәптәре алдында торған мәсьәләләрҙе БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Ауыл мәктәптәренең норматив хоҡуҡ эшмәкәрлеген үҫтереү һәм көйләү хаҡындағы һөйләшеүгә Өфө районының Шамонин ауылы юҡҡа ғына һайланмаған. Мәктәп Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәткән, уҡытыусылар мәҙәни-ижтимағи тормош уртаһында ҡайнап йәшәй, үҫмерҙәрҙе спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра.

Һөнәри байрамдары айҡанлы тәбрикләнеүселәр араһында Шамонин мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәнилә Фәхрислам ҡыҙы Хәйруллина ла бар. Ул сирек быуат ғүмерен башланғыс синыфтарҙа уҡытыуға бағышлаған.

Мәғариф өлкәһендә айырыуса тырышлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән уҡытыусылар хеҙмәте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Шаимонин урта мәктәбенә интерактив таҡта, ә агрокласс асылған Өфө районы Миловка урта мәктәбенә культиватор тапшырылды. Был мәктәптәрҙә профориентация эше юғары кимәлдә ҡуйылған. Ауыл ерендә йәшәгән балалар бишенсе синыфтан ауыл хужалығына кәрәкле һөнәрҙәрҙе үҙләштерә.

Александр Кирилов, Миловка ауылы урта мәктәбе директоры: “Беҙгә бөгөн ер эшкәртеү өсөн шәп бүләк мотоблок тапшырылды. Беҙ балаларҙы ауыл һөнәрҙәренә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Инновацион ауыл хужалығы тигән предмет уҡытабыҙ. Уҡыусылар менән помидорҙы баштүбән ултырттыҡ. Балаларға яңы ысулдар ҡыҙыҡлы”.

Ауыл мәктәптәрен ҡурсалау һәм бағыу эшен хоҡуҡи көйләүгә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тарафынан да етди иғтибар бүленә. Уҡытыусыларҙың эш ваҡытын һөҙөмтәле итеп бүлеү, лайыҡлы эш хаҡы түләү, тыуған телдәрҙе өйрәтеү, үҫеү нөктәләре асыу, ауыл мәктәптәрен һанлаштырыу һәм берҙәм белем биреү системаһын лайыҡлы үҫтереү мәсьәләләре актуаль.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, балаларға йөрәк йылыһын йәлләмәй эшләгән уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, мәғариф тармағын камиллаштырыу иң мөһим мәсьәлә, тип билдәләне. Киләһе биш йылда 45 мең урынлыҡ 60 мәктәп һәм 13 мең балаға иҫәпләнгән 50 мәктәпкәсә учреждение төҙөләсәк.

Бөтә мәктәп биналары нормативҡа һәм стандарттарға еткереләсәк. Йыл һайын ауыл уҡытыусыларын матди дәртләндерелеүгә 150-ләп грант бүлеү мөмкинлеге лә дәүләт иғтибарында. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2024 йылға Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы биш мәғариф системаһына инергә тейеш. Ә бының өсөн ауыл мәктәптәрен заманса үҙгәртеп ҡороу мөһим.

Шамонин ауылы урта мәктәбендә ауыл мәктәптәрен комплекслы үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Матди-техник базаны нығытыу, цифрлаштырыу, уҡытыусыға хеҙмәт хаҡы түләү мәсьәләләре ҡаралды. Был һорауҙар бөтәһе лә дәүләт кимәлендә хәл ителәсәк, тип билдәләнде.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан мөһим ултырышы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд