Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөләге төҙөлөш менән танышты

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөләге төҙөлөш менән танышты https://bash.news/news/106887_rsje_tlsh_m_torlakommunal_xuzhaly_ministry_vladimir_yakushev_flge_tlsh_menn_tanyshty

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев бөгөн Өфөнөң Кузнецов Затоны микрорайонын төҙөү барышы менән танышты.

Ул баш ҡалала тормошҡа ашырылған иң күләмле төҙөлөш проекттарының береһе. Үҙләштерелгән майҙан күләме 30 гектар тирәһе. Бында төп маҡсат булып торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға можтаж граждандарҙы фатир менән тәьмин итеү тора.

Яңы микрорайонды меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү ҡаралған, объекттың проекты әҙер, урын ҡаралған. Кузнецов Затоны өсөн социаль объекттар бик мөһим, бында йәш ғаиләләр бик күп. Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды етәкселәре әйтеүенсә, микрорайонда төҙөлөш йылдам бара.

Өфөлә яңы объекттар төҙөү менән бер рәттән боронғо йорттар ҙа тергеҙелә. Арт-квадрат проекты шуға асыҡ миҫал, Өфөнөң тарихи үҙәгендәге йорттарға яңы һулыш бирелгән, был майҙан киләсәктә баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә. Бында ижади сараларҙы ла, рәсми осрашыуҙарҙы ла уҙғаррыға мөмкин.

Бөгөн бында төҙөлөш тармағын үҫтереүгә арналған кәңәшмә үтте, унда республиканың билдәле компаниялары үҙ проекттарын тәҡдим итте, тармаҡ үҫеше буйынса фекер алышты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөләге төҙөлөш менән танышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество