Өфөлә төбәк операторҙарының Бөтә Рәсәй съезы үтте

Өфөлә төбәк операторҙарының Бөтә Рәсәй съезы үтте https://bash.news/news/106960_fl_tbk_operatoraryny_bt_rsj_sezy_tte

Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды тураһындағы законға өҫтәмәләр индереү ҡарала. Уға ярашлы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү менән шөғөлләнгән төҙөлөш компанияларына субсидия бүленсәк.

Был турала Өфөгә эш сәфәре барышында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев белдерҙе. Төбәк операторҙарының Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй съезында күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлау, халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса көнүҙәк проблемалар тикшерелә.

Һөйләшеү барышында билдәләнеүенсә, илдә был программаға ышаныс ҙур, иғәнәләр йыйыу 95 процент тәшкил итә. Йыл башынан128 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Башҡарылған эштәргә килгәндә, алты йыл эсендә Рәсәйҙә бөтәһе 150 мең йорт ремонтланған, ә программаға индерелгән йорттарҙың дөйөм һаны 737 меңгә етә. Владимир Якушев капиталь ремонт яһаласаҡ йорттарҙың графигын тәртипкә килтерергә кәрәк тип белдерҙе. Мәскәү ҡунағы Башҡортостандың эш тәжрибәһен юғары баһаланы.

Башҡортостанда әле уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Уларҙың иң күләмлеләре подъездарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса проекттар. Киләсәктә был ике программаны берләштереү ҡаралған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфөлә төбәк операторҙарының Бөтә Рәсәй съезы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд