Башҡортостандың студент отрядтары хеҙмәт семестрын япты

Башҡортостандың студент отрядтары хеҙмәт семестрын япты https://bash.news/news/106961_bashortostandy_student_otryadtary_xemt_semestryn_yapty
04 окт 2019, 22:49

Ошо уңайҙан ойошторолған Өфөләге бишенсе слетҡа республиканың төрлө төбәктәренән өс меңгә яҡын кеше йыйылды. Мәғлүм булыуынса, отрядтың урындағы төбәк бүлексәһе 2015 йылдан эшләп килә.

Бөгөн уның составына мәғариф ойошмаларының һигеҙ штабы инә. Улар төҙөлөш, белем биреү, сервис, ауыл хужалығы, оҙатыусылар кеүек төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған. Быйыл йәй республика йәштәре Башҡортостандан тыш, илдең башҡа субъекттарында ла тырышып эшләне. Хеҙмәт семестрын ябыу тантанаһында алдынғы студенттар тәбрикләнде.

Хеҙмәт семестрын ябыу тантанаһында һәр кемгә төҙөүсе, вожатый һәм табип кеүек төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштереү мөмкинлеге бирелде. Бынан тыш, мәшғүллек үҙәгенең вакансиялар йәрминкәһе лә ойошторолдо.

Әйткәндәй, йәштәр ҡышҡы миҙгелдә лә ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Мәҫәлән, улар республика төбәктәрендә йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәренә ҡар таҙартыу, утын ярыу, һыу килтереү кеүек хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашырға ниәтләй.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостандың студент отрядтары хеҙмәт семестрын япты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд