Республика Хөкүмәтендә Һаҡлыҡ банкының юл картаһы билдәләнде

Республика Хөкүмәтендә Һаҡлыҡ банкының юл картаһы билдәләнде https://bash.news/news/106962_respublika_xkmtend_aly_bankyny_yul_kartay_bildlnde
04 окт 2019, 23:28

Һаҡлыҡ банкының республика менән хеҙмәттәшлек итеүендә ете йүнәлеш билдәләнгән. Документҡа ярашлы, система банк-республика мөнәсәбәтенән киңерәк даирәлә эшләйәсәк. Мәҫәлән, медицинала пациент менән телефон аша һөйләшкәндән һуң диагноз билдәләү, ә хоҡуҡ һағында урамдарҙа ҡуйылған видеокүҙәтеү ҡоролмалары ярҙамында тәртип боҙоусыларҙы асыҡлау һәм башҡалар.

Документҡа Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров һәм Һаҡлыҡ банкы идаралығы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәниев ҡул ҡуйҙы.

Партнерлыҡ һөҙөмтәле булһын өсөн эшсе төркөм булдырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың алдағы биш йылға стратегик үҫеше буйынса төбәк тулайым продукты күләмен арттырыу бурысы тора. Ә Һаҡлыҡ банкы инвестициялар менән эшләүҙә ышаныс яулаған ойошма.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Алдағы биш йылда 700-ҙән ашыу объект төҙөү бурысы тора. Бының өсөн партнерҙар һәм әлбиттә, матди сығымдар кәрәк. Һаҡлыҡ банкы был тәңгәлдә һыналған һәм ул отошло шарттарҙа ярҙам итергә әҙер. Беҙ илдә Һаҡлыҡ банкы менән эшләүҙе киңерәк ҡулланыусы пилот төбәк буласаҡбыҙ. Иҡтисади йәһәттән ике тапҡырға тиҙерәк үҫешеү маҡсаты бар.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Республика Хөкүмәтендә Һаҡлыҡ банкының юл картаһы билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество