Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла заманса математик тикшеренеүҙәр үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла заманса математик тикшеренеүҙәр үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал https://bash.news/news/106963_miftaxetdin_amulla_isemendge_bdpula_zamansa_matematik_tiksherener_ge_barlya_kilee_ixtimal
04 окт 2019, 23:29

Уҡыу йорто бөгөн фәнни-мәғариф проекты менән Башҡортостан башлығын да таныштырҙы. Радий Хәбиров хужаларҙы мәғариф сәғәтенә лә саҡырҙы. Белем биреү системаһының киләсәге хаҡында фекер алышыу бөгөн уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһында ла барҙы. Башҡортостан мәғарифын көткән үҙгәрештәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Математик тикшеренеүҙәр һәм поллингваль үҙәк, педагогик кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тел өйрәнеү программалары, вордскилста ҡатнашыу һәм башҡалар. Уҡыу йорто педагогтар әҙерләү буйынса махсуслашһа ла төрлө йүнәлештә эш алып бара һәм республиканың белем биреү системаһында лайыҡлы урын биләй.

Киләсәктә математик тикшеренеүҙәр үҙәге асыу ҡарала, проект хаҡы биш йылға 125 миллион һум. Республика етәксеһе уны мәғариф сәғәтендә ҡарарға саҡырҙы. Поллингваль үҙәк буйынса ла шундай уҡ ҡарар,фекер алышыу талап ителә, уны уҡыу йорто ҡарамағындағы мәктәптә асыу күҙаллана.

Республика педагогтарының 51 проценты 60 йәштән оло, ә бына йәш уҡытыусылар иҫәбе ни бары 3 процент, уҡыу йорто ошо проблеманы хәл итеү бурысын да ҡуйған, әле ҡытлыҡ булған төп фәндәр асыҡланған. Иң күбеһе сит тел, математика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәй.

Радий Хәбиров уҡыу йортоноң «Ҡорос» халыҡ театры ҡуйған «Тиле йәшлек» спектаклен дә ҡараны. Унда төп ролдәрҙе студенттар башҡара, спектакль Волга буйы вуздарының театрҙар конкурсында беренсе урын да яулаған. Радий Хәбиров тамашаны ла, университеттың үҫеш мөмкинлектәрен дә юғары баһаланы.

Республика башлығы бөгөн 7 тиҫтәгә яҡын педагогҡа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары наградаларын, бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре сертификаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө предметтарҙан белем биреүсе педагогтар бар, әммә уларҙың бөтәһен дә уртаҡ маҡсаттар бәйләй. Сөнки уҡытыусы ул һөнәр генә түгел, ул кешенең булмышы, йәшәү рәүеше.

Балаларҙы ысын күңелдән яратҡандар, шәхес тәрбиәләү теләге менән янғандар, үҙ йөрәгендәге осҡондо башҡаларға тапшыра белгәндәр генә был һөнәргә тоғро ҡала. Дәүләкәндән Валерий Шәрәфетдинов технология уҡытыусыһы, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһыныдыру мөһим, ти ул.

Радий Хәбиров башҡарылған эштәрҙе, алда торған бурыстарҙы ла билдәләне, быйыл ғына 21 мәктәп һәм 20 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла, йыл һайын ауылға эшкә ҡайтҡан педагогтарға 600 мең һумлыҡ йөҙ грант бүлеү ҡаралған. Мәғариф системаһы иғтибар үҙәгендә буласаҡ, һәр кешенең уңышы артында уның ғаиләһе һәм уҡытыусыһы тора, тине Радий Хәбиров.

Заман үҙгәрә, яңы йүнәлештәр, һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Тик уҡытыусы һөнәре генә мәңгелек, ул барлыҡ башланғыстарҙың нигеҙендә ята. Сөнки тап педагогтар беҙгә ғилем серҙәрен аса, шәхес булараҡ формалашырға ярҙам итә. Уларҙың һөнәри оҫталығына беҙҙең илдең киләсәге бәйле.

Автор: Р.Кәримова.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла заманса математик тикшеренеүҙәр үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд