Өфө ғаиләһе күршеләренең һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында сыҡҡан янғында зыян күргән

Өфө ғаиләһе күршеләренең һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында сыҡҡан янғында зыян күргән https://bash.news/news/106964_f_aile_krshelrene_ay_ylanyuy_araynda_syan_yanynda_zyyan_krgn
04 окт 2019, 23:29

Янғын сәбәбе тәмәкелә. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, янғын сығыуҙың күпселек осраҡтары кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә бәйле. Һүндерелмәгән тәмәке арҡаһында сыҡҡан янғында Өфөлә йәшәүсе Леоновтар ғаиләһе зыян күрә. Һанаулы минуттар эсендә барлыҡ әйберҙәре ут эсендә ҡала. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Фажиғәле көндө иҫкә лә төшөргө килмәй, ти Екатерина Леонова.

12 майҙа ул үҙенең улы менән фатирҙарында ремонт эшләй. Көтмәгәндә балкон төтәй башлай. Тап шул көндә улар бар мөлкәтенән тороп ҡала. Яңы ремонт, кейемдәр, документтар ярты сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Леоновтар ғаиләһе әйтеүенсә, был көндө бер ҡат аҫта йәшәүселәр байрам ойошторған. Янғын башланғанда ҡатын уларға шаҡый, әммә бер кем дә ишек асмай. Һуңынан билдәле булыуынса, күршеләре тәмәкене һүндермәйенсә магазинға киткән.

Екатерина Леонова, зыян күреүсе: “Унда 8 кеше йәшәне, уларҙың барыһы ла тәмәке тарта ине. Ут төртөүҙә үҙ ғәйептәрен танынылар. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, бүлмә уртаһында һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө ҡалдырылған”.

Әлегә Леоновтар дуҫтары һәм туғандары ярҙамында йортто һәм документтарын тергеҙә. Ә янғын теркәлгән йорт хужаһы фатирҙы икенсе кешеләргә һатҡан. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: “Әлеге ваҡытта янғын осрағы буйынса материалдар Орджоникидзе районының полиция бүлексәһендә ята. Фажиғә буйынса экспертиза тәғәйенләнгән. Ул ваҡиғаны ентекле рәүештә тергеҙергә ярҙам итәсәк, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк”.

Леоновтар экспертиза һөҙөмтәләрен көткән арала Рәсәйҙә янғынға ҡаршы режимдың ҡағиҙәләре үҙгәреүе тураһында ҡарар сыҡты. Уға ярашлы, балкондарҙа, фатир лоджияларында, ятаҡ бүлмәләрендә һәм ҡунаҡхана номерҙарында асыҡ ут менән ҡулланыу тыйыла.

Алик Шәрәфетдинов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: “1 октябрҙән Рәсәйҙә янғынға ҡаршы режимдың ҡағиҙәләре үҙгәреүе тураһында закон үҙ көсөнә инде. Ләкин ул ҡарар балконда тартыуҙы тыймай. Шулай ҙа закон алдындағы яуаплылыҡты оноторға ярамай. Әгәр ташланған тәмәке төпсөгө йәки мангалдан сәсрәгән осҡондан янғын сыҡһа йәки кешеләр һәләк була икән енәйәт-хоҡуҡи язаға тарттырылыуы мөмкин”.

Статистика буйынса уҙған йылды балконда ғына ике мең янғын сыҡҡан. Төп сәбәбе – тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыу. Янғын сығарыуҙа ғәйеплеләр законға ярашлы яуап бирергә һәм күрһәтелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Ләкин түләү хаҡы бик ҡиммәт булыуы ла ихтимал.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфө ғаиләһе күршеләренең һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында сыҡҡан янғында зыян күргән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество