Белорет районындағы ташландыҡ хәлдә ҡалған юл күҙәтеүсе орган тарафынан контролгә алынды

Белорет районындағы ташландыҡ хәлдә ҡалған юл күҙәтеүсе орган тарафынан контролгә алынды https://bash.news/news/106965_beloret_rajonynday_tashlandy_xld_alan_yul_ktese_organ_tarafynan_kontrolg_alyndy
04 окт 2019, 23:30

Балалар өсөн хәүефле экстрим. Бер нисә көн элек беҙҙең каналда Белорет районы Егәҙе һәм Баҡый ауылдары араһындағы юлдың ташландыҡ хәлдә булыуы тураһында сюжет эфирға сыҡҡайны.

Унда урман сәнәғәте хужалығынан ҡалған юлдың оҙаҡ йылдар дауамында ремонт күрмәүе тураһында хәбәр ителде. Шунлыҡтан төбәк халҡы, шул иҫәптән район үҙәгендәге мәктәп уҡыусылары ыҙа сигергә мәжбүр. Аҙна һайын Белореттан ҡайтыусы балаларҙы Егәҙе ауылында УАЗик көтөп тора. Мәктәп автобусынан төшөү менән балалар таҙа кейемдәрен иҫкеһенә алыштыра. Бигерәк тә, аяҡта оҙон ҡуңыслы итек булыу мөһим.

Уҡыусыларҙың хоҡуҡтары боҙолоу осрағы буйынса Белорет район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Асыҡланыуынса, Баҡый ауылынан 6 бала аҙна һайын ҡалаға йөрөп уҡырға мәжбүр. Әммә белем алыу йәш быуынға ҙур ҡыйынлыҡтар менән бирелә. Иң төп сәбәп- 30 километр оҙонлоғондағы юлдың насар хәлдә булыуы. Шуға ла күҙәтеүсе орган судҡа мөрәжәғәт иткән.

Регина Батталова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы: “Автомобиль юлының ике километр оҙонлоғондағы участка тейешле талаптарға яуап бирмәй. Ошо сәбәпле Белорет район-ара прокуратура судҡа мөрәжәғәт итте. Был мөрәжәғәт урындағы хакимиәткә хәүефле юлды ремонтлауҙы талап иттерә. Суд ҡарарының үтәлеше күҙәтеүсе орган тарафынан контролгә алынды”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Белорет районындағы ташландыҡ хәлдә ҡалған юл күҙәтеүсе орган тарафынан контролгә алынды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд