Бөгөн - Уҡытыусылар көнө

Бөгөн - Уҡытыусылар көнө https://bash.news/news/106974_bgn_uytyusylar_kn
05 окт, 10:08

Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә был байрам дәүләт кимәлендә үтә. Республиканың мәғариф учреждениеларында 11 мең 700-ләп уҡытыусы эшләй, улар башлыса - мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре.

Бөгөн - Уҡытыусылар көнө
Бөгөн - Уҡытыусылар көнө

Йыл һайын уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү маҡсатында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Туған телдәр буйынса йыл уҡытыусыһы”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” һәм башҡа конкурстар ойошторола. Кисә республиканың 33 уҡытыусыһы “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә 200 мең һумлыҡ грант алды.

Уҡытыусы һәр саҡ алғы һыҙыҡта барырға тейеш, ти Республика уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты ректоры Гөлназ Шафиҡова. Институтта педагогтар ҡатнашлығында төрлө семинарҙар, конференциялар ойошторола. Яңы стандарттар буйынса әүҙем эш алып барыла.

Бөгөн - Уҡытыусылар көнө

Уҡытыусылар көнө алдынан Хед Хантер компанияһы белгестәре Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында фән һәм мәғариф өлкәһе белгестәренә ихтыяж күләмен асыҡлаған. Һуңғы йылда республикала сайтта баҫылған ошо өлкәләге вакансиялар һаны ике ярым тапҡырға артҡан. Йышыраҡ бындай белгестәрҙе белем биреү ойошмалары, халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән компаниялар һәм Ай-Ти-тармағы компаниялары эҙләй. Һөнәрҙәргә килгәндә, айырыуса гуманитар фәндәр, шул иҫәптән тел уҡытыусылары кәрәк. Информатика һәм инженер фәндәре буйынса белгестәргә, шулай уҡ математика уҡытыусыларына ихтыяж аҙ.

Юлдаш
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество