Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй

Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй https://bash.news/news/106990_bgn_uytyusylar_nri_bajramyn_bildlj
05 окт 2019, 21:33

Ошо уңайҙан мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Был байрам 100-ҙән ашыу илдә дәүләт кимәлендә үтә. Бөгөн республиканың мәғариф учреждениеларында 11 мең 700-ләп уҡытыусы эшләй, улар башлыса - мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре.

Йыл һайын уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү маҡсатында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Туған телдәр буйынса йыл уҡытыусыһы», «Йөрәгемде балаларға бирәм» һәм башҡа конкурстар ойошторола. Һөнәри байрамдары алдынан республиканың алдынғы 33 уҡытыусыһы "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә 200 мең һумлыҡ грант алды.

Быйыл ғына Башҡортостанда 21 мәктәп һәм 20 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла, йыл һайын ауылға эшкә ҡайтҡан педагогтарға 600 мең һумлыҡ йөҙ грант бүлеү ҡаралған. Мәғариф системаһы иғтибар үҙәгендә буласаҡ, һәр кешенең уңышы артында уның ғаиләһе һәм уҡытыусыһы тора, тине Радий Хәбиров.

Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество