Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге яр буйын өс йыл эсендә төҙөкләндереү ҡарала

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге яр буйын өс йыл эсендә төҙөкләндереү ҡарала https://bash.news/news/106991_fn_upajly_bitendge_yar_bujyn_s_jyl_esend_tklndere_arala
05 окт 2019, 21:35

Был турала бөгөн башҡала буйлап эш сәфәре мәлендә Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров парктарҙы, ихаталарҙы ремонтлау барышын тикшерҙе, Өфөлә яңы уҡыу йылында ишектәрен асҡан 44-се полилингваль мәктәптә булды. Эш сәфәрендә күтәрелгән проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Иркен, яҡты, заманса технологиялар менән йыһазландырылған бүлмәләр, лингафон кабинеттары, лабораториялар, спорт залдары, ижади майҙансыҡтар. Мәктәп түгел, үҙе бер тылсымлы донъя. Өфөнөң 44-се мәктәбе республикалағы иң тәүге полилингваль белем усаҡтарының береһе. Быйыл күләмле реконструкциянан һуң ишектәрен асҡан мәғариф учреждениеһы 1 мең 300 урынға иҫәпләнгән, уҡыусылар бер сменала белем ала.

Бында белем биреү бер нисә телдә алып барыла, ул күп профилде үҙ эсенә ала. Мәктәптә һәр бала күңеленә ятышлы шөғөл, түңәрәк таба ала. Киләсәктә бында хоккей майҙансығын да төҙөкләндереү ҡарала.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, был мәктәп заман белем усағының асыҡ өлгөһө, беҙ һәр мәғариф учреждениеһын ошондай кимләгә сығарырға ынтыласаҡбыҙ, тине Республика етәксеһе. Осрашыуҙа педагогик кадҙарҙы әҙерләү, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын күтәреү, сит илдәр менән хеҙмәттәшлек булдырыу хаҡында ла һүҙ барҙы.

Радий Хәбиров башҡаланың Киров урамындағы ихатаны ремонтлау барышы менән дә танышты, бында ташландыҡ хәлдә булған спорт, балалар майҙансыҡтары тулыһынса тәртипкә килтерелгән, хәҙер майҙанды танырлыҡ та түгел. Хужалар әйтеүенсә, биләмә шат тауыштарҙан көнө буйы яңғырап тора.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә бөгөн ихатала ағастар ултыртыу ҙа ҡаралған. Республика башлығы иһә Һупайлы биҫтәһендә ойошторолған акцияла ҡатнашты. Республиканы йәшелләндереү буйынса эш яҙғыһын уҡ башланғайны, был икенсе этап. Тәүгеһендә ҡала-райондарҙа 100 меңдән ашыу ағас ултыртылған.

Республика етәксеһе Һупайлы ла Өфө йылғаһы буйын да ҡараны, уны төҙөкләндереүҙе өс йылда тамамлау бурысын ҡуйҙы. Башҡаланың Черниковка биҫтәһендәге парктар ҙа яңы һулыш аласаҡ, әле унда күлмәле төҙлөш бара. Башҡала парктары халыҡҡа заманса мөхит тыуҙырыуҙың күркәм өлгөһөнә әйлнергә тейеш, тине Радий Хәбиров.

Автор: Р.Кәримова.

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге яр буйын өс йыл эсендә төҙөкләндереү ҡарала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество