Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусына 20 йыл

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусына 20 йыл https://bash.news/news/106995_ike_tapyr_sovettar_soyuzy_gerojy_musa_grev_isemendge_f_kadet_korpusyna_20_jyl
05 окт 2019, 21:39

Байрам тантанаһы был уҡыу йортон оҙаҡ йылдар буйы етәкләгән полковник Салауат Яҡуповтың бюстына сәскәләр һалыу менән башланды.

Артабан кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре тыуған илгә тоғролоҡҡа ант бирҙе. Мәғариф учреждениеһына быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 100 үҫмер уҡырға ҡабул ителгән. Хәрби хеҙмәткә әҙерлек етди алып барыласаҡ, ти белем усағы етәкселеге. Сараға кадеттарҙың ата-әсәләре, яҡындары ла йыйылды. Улар йәштәрҙең ысын ил һаҡсылары булыуына шикләнмәй.

Сығарылыш синыф уҡыусылары иһә ҡунаҡтар алдында күрһәтмә сығыштар ойошторҙо. Бында кадетсылар башланғыс осоу буйынса әҙерлек үтә. «Первушин» аэродромы биләмәһендә егеттәр парашюттан һикерергә өйрәнә. Әйткәндәй, кадет корпусында егеттәр генә түгел, хәрби юлды һайлаған ҡыҙҙар ҙа белем ала.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусына 20 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество