Талантлы йәштәрҙе хуплау фондына 10 йәш

Талантлы йәштәрҙе хуплау фондына 10 йәш https://bash.news/news/106996_talantly_jshtre_xuplau_fondyna_10_jsh
05 окт 2019, 21:40

Юбилей кисәһе Баҡалының беренсе урта мәктәбендә үтте. Йыл һайын был фонд «Һәләтлеләр йондоҙлоғо» сараһын ойоштора.

Фестиваль сикәтрендә Баҡалы районының почетлы граждандары, республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Тәүҙә улар белем усағында тыуҙырылған шарттар менән танышты. Түңәрәк өҫтәл артында ауыл мактәптәренә ҡағылышлы актуаль һорауҙар, төрлө мәсьләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды.

Тамаша залында Фонд стипендиаттары, район олимпиадалары еңеүселәре, спортсылар, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә үткәреләгән конкурстар ҡатнашыусылары бүләкләнде. Шулай уҡ 9 уҡытыусыға Башҡортостандың Мәғариф отличнигы исеме тапшырылды. 10 йыл дауамында тиҫтәләгән уҡыусы һәм уҡытыусы фонд грантына лайыҡ булаған.

Алина Вәлиуллина, грант еңеүсе: “Был грантҡа мин беренсе тапҡыр эйә булдым. Минең өсөн был оло ҡаҙаныш. Беҙ йыл буйына уҡытыусылар менән бергә фиҙәҡәр хеҙмәт алып барабыҙ. Был грант яңы асыштарға көс өҫтәй. Мин телдәр өйрәнәм, грант миңә ынтылыштарымда ярҙам итә”.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Талантлы йәштәрҙе хуплау фондына 10 йәш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество