Бөгөн Өфөлә «Мин илһөйәр» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфөлә «Мин илһөйәр» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән конкурсҡа йомғаҡ яһалды https://bash.news/news/106997_bgn_fl_min_iljr_tbk_jmt_ojoshmay_tkrgn_konkursa_joma_yaaldy
05 окт 2019, 21:41

«Минең ғаиләм ҡомартҡыһы» һәм «Ветеранға хат» ижади конкурстары еңеүселәренә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды. Ижади эштәрҙең иң яҡшылары федераль кимәлдәге бәйгегә ебәрелгән. Бер уҡыусының яҙма эше милли премияға лайыҡ булған. Осрашыуҙа Илеш районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Риза Хәкимов ҡатнашты һәм илһөйәрлек тураһында фекерҙәрен еткерҙе.

Ветерандың ике тапҡыр Советтар союзы геройы Муса Гәрәев тураһында яҙған китаптары ла бар. Октябрь уртаһынан «Патриоттар һәр бер ғаиләлә» темаһына киләһе конкурс иғлан ителә һәм уға һығымта ойошманың биш йыллығын билдәләгәндә, 2020 йылдың ғинуарында яһаласаҡ.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Өфөлә «Мин илһөйәр» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән конкурсҡа йомғаҡ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд