Башҡортостандың милли симфоник оркестры концерт менән сығыш яһаны

Башҡортостандың милли симфоник оркестры концерт менән сығыш яһаны https://bash.news/news/106999_bashortostandy_milli_simfonik_orkestry_koncert_menn_syysh_yaany
05 окт 2019, 21:43

Башҡортостандың милли симфоник оркестры ижад миҙгелен август айында уҡ башланы. Ижади коллектив әлеге минуттарҙа 13-cө концерт программаһын тәҡдим итә.

Был юлы Өфө тамашасыһы алдында милли оркестр Чайковский, Луиджи Басси, Римский-Корсаковтың әҫәрҙәрен башҡара. Кострома өлкәһенән махсус саҡырылған маэстро республиканың төп сәхнәһе - «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән концерт баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына онотолмаҫ тамаша булараҡ иҫтә ҡалыр, тигән өмөттә.

Павел Герштейн, Кострома губернаһы симфоник оркестры директоры һәм баш дирижеры: “Миңә шәхсән һәр бер репитиция һуңғыһы, уны тамамлағы килмәгән кеүек, ә кәрәк. Өфө музыканттары менән эшләүҙән ҙур кинәнес алам. Был оркестр минең өсөн асыш, музыканттар сығышын тамашасы ихлас ҡабул итер, тип ышанам”.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың милли симфоник оркестры етәксеһе: “Программа үҙенсәлекле. Беренсе өлөштә – Петр Ильич Чайковскийҙың Итальян Каприччиоһы, Луиджи Бассиҙың-Верди «Риголетто» операһына фантазияһы, Гаскани интерпретацияһы яңғыраясаҡ. Икенсеһендә Римский-Корсаковтың «Шахерезада»һы уйналасаҡ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостандың милли симфоник оркестры концерт менән сығыш яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество