Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен асты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен асты https://bash.news/news/107000_xsjen_xmtov_isemendge_bashort_dlt_filarmoniyay_81se_koncert_migelen_asty
05 окт 2019, 21:44

Яңы миҙгелгә. Кисәгә филармонияның тоғро тамашасылары, баш ҡала ҡунаҡтары йыйылды.

Байрамға филармония артистары юморға ҡоролған сағыу концерт программаһы әҙерләгән. Сәхнәлә тамашасылар яратып өлгөргән йырсылар менән бер рәттә йәш таланттар ҙа сығыш яһаны. Әйткәндәй, быйыл яңы исемдәр ҙә асылыр тип көтөлә. Филармония репертуары төрлө концерт программалары менән байытылған.

81-се миҙгел йөкмәткеле һәм сараларға бай буласаҡ, тип вәғәҙә итә артистар. Йылдағыса, баш ҡаланың төп сәхнәләренең береһендә төрлө фестивалдәр, хәтер кисәләрен ойоштороу планлаштырылған. Шулай уҡ, гастролдәр менән килгән коллективтар сығышы ла көтөлә.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен асты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд