Республиканың Хәрби Дан музейында «Еңеү символдары» күргәҙмәһе асылды

Республиканың Хәрби Дан музейында «Еңеү символдары» күргәҙмәһе асылды https://bash.news/news/107092_respublikany_xrbi_dan_muzejynda_ee_simvoldary_krgme_asyldy
07 окт 2019, 21:18

Унда тәүге тапҡыр «Рәсәйҙең үҙәк хәрби көстәре музейы» фондында һаҡланған уникаль тарихи экспонаттар тәҡдим ителгән.

Ҡомартҡыларҙың күбеһе 1945 йылдағы Берлин операцияһы һәм Еңеү парады менән бәйле. Музей залдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан данлыҡлы хәрбиҙәрҙең шәхси әйберҙәре урын алған.

Атап үткәндә, Советтар Союзы маршалы Константин Рокоссовскийҙың офицер мундиры, Наталья Ковшованың галстугы, Иван Коневтың погондары һәм Башҡортостан автономияһы хәрби частарының байраҡтары урын алған. Күргәҙмәне асыу тантанаһына ветерандар, хәрбиҙәр һәм кадеттар саҡырылды. Республиканың Хәрби Дан музейындағы эскпонаттар менән 4 ноябргә тиклем бушлай танышырға мөмкин.

Автор: Илдар Байбулатов.

Республиканың Хәрби Дан музейында «Еңеү символдары» күргәҙмәһе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд