Баш ҡалаға өҫтәмә ҡышҡы коммуналь техника һатып алынасаҡ

Баш ҡалаға өҫтәмә ҡышҡы коммуналь техника һатып алынасаҡ https://bash.news/news/107103_bash_alaa_tm_yshy_kommunal_texnika_atyp_alynasa

Махсус техника паркы һуңғы арала күпкә яңыртылды, әммә ихтыяж һаман да юғары. Был мәсьәлә ҡышҡы айҙарға тиклем хәл ителергә тейеш, тине республика етәксеһе. «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте» форматында уҙған кәңәшмәлә ҡаланың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде.

Боҙлауыҡтар мәсьәләһе әле үк хәл ителгән. Һәр райондың ҡом сығарыу өсөн үҙ карьеры бар. Бынан тыш, баш ҡала тәүге тапҡыр «Бионорд» тип аталған ҡатнашманы һынап ҡараясаҡ. Ул тиҙ арала асфальт өҫтөндәге боҙҙарҙы иретә ала. Радий Хәбиров киләһе йәйгә лә әленән үк әҙерләнә башлау кәрәклеген белдерҙе. Республика ҡалаларына асфальт йыуыусы техника алыу мотлаҡ. Уларҙың эш тәжрибәһе быйыл Өфөлә өйрәнелде.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Район башлыҡтарының яңы техника һорауы аңлашыла. Мин аңламайым быны, ул буласаҡ. Айырым иғтибарға алығыҙ, урамдарҙы йыуырға кәрәк. Халыҡтың фекере буйынса әйтәм, Өфөләге саң менән көрәшеп бөттөк. Ә бына башҡа ҡалаларҙа был киҫкен тора, айырыуса көньяҡ райондарҙа”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Баш ҡалаға өҫтәмә ҡышҡы коммуналь техника һатып алынасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд