Октябрҙән Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ысул буйынса түләй башлай

Октябрҙән Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ысул буйынса түләй башлай https://bash.news/news/107104_oktyabrn_bashortostan_xaly_jylyly_sn_yay_ysul_bujynsa_tlj_bashlaj

Быға тиклем фатир хужалары коммуналь хеҙмәткә йыл дауамында бер үк күләмдә иҫәпләшһә, хәҙер килгән квитанциялар һаны, ҡағыҙ мәшәҡәте кәмейәсәк.

Түләү йылылыҡ миҙгеленә ҡағылышлы айҙар өсөн генә иҫәпләнә. Был үҙгәреш Илеш районында ике йыл элек үк индерелгән. Үрге Йәркәйҙә йәшәүселәрҙең яңы схема буйынса килгән квитанцияларға фекерен БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.

Илгиз Нуретдинов ике бүлмәле фатиры өсөн коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарырға тырыша. Һуңғы өс йылда йылылыҡ өсөн килгән квитанцияларҙы ул айырым бер папкала һаҡлай. 2017 йылдың октябренә тиклем милексе ай һайын бер үк сумма – яҡынса 1400 һум түләгән, һуңынан түләүҙәр яҡынса утыҙ процентҡа артҡан. Был аңлашыла - сөнки квитанциялар ун ике ай урынына һигеҙ айға ғына килә башлай. "Йылытыу миҙгеле тамамланыу менән йәйге каникул иғлан ителә”,- тип фатир хужаһы.

Илеш районы үҙәгендә күп фатирлы 87 йорт иҫәпләнә, уларҙың 75-ендә йәшәүселәргә квитанциялар тап ошо схема буйынса килә. Был өйҙәр үҙәкләштерелгән йылылыҡ селтәренә тоташтырылған. Дөйөм йортта иҫәп ҡоролмаһы булғанда күпкә уңайлыраҡ, ти белгестәр. Сөнки коммуналь хеҙмәттең ниндәй күләмдә сарыф ителеүенә ҡарап, хаҡы ла билдәләнә. Ә бына счетчиктары булмаған торлаҡта йылылыҡҡа хаҡ нормативтарға ҡарап ҡуйыла. Әйтәйек, Фазлыевтарҙың фатиры – 75 квадрат метр, айлыҡ түләүҙәр биш меңдән ашыу.

Яңы ысул буйынса килгән квитанцияларҙың ыңғай яғы - йылытыу миҙгеле тамамланғас ойошмалар милекселәрҙән «яңынан иҫәпләү», «корректировка» кеүек аңлашылмаған өҫтәп түләүҙәрҙе талап итмәй.

Илештәр билдәләүенсә, һигеҙ айлыҡ түләүҙәр йылытыу миҙгелендә бер ни тиклем кеҫәгә һуҡһа ла, фактик рәүештә түләүҙәрҙең башҡарылыуы квитанцияға ҡуйылған хаҡҡа асыҡлыҡ индерергә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларҙың эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонтоһо бар.

2017 йылдың октябрендә старт алған пилот проектта шулай уҡ Ҡыйғы, Ҡалтасы һәм Дәүләкән райондары ла ҡатнаша. Башланғыс ниһайәт, республика кимәлендә уңышлы тип табылған. Хәҙер башҡа район-ҡалаларҙа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә яңы ысул буйынса квитанциялар ала башлай.

Йылытыу миҙгеле быйыл 23 cентябрҙә башланды. Коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәргә ҡағылышлы үҙгәреште был айҙа килгән квитанцияға ҡарап төҫмөрләргә мөмкин буласаҡ. Сумма арта, әммә һыуыҡ батареялар өсөн түләргә кәрәкмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың дөйөм йыллыҡ сығымдары шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Октябрҙән Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ысул буйынса түләй башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд