Өфөнөң Урман техникумы урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр тишек торбаларҙан аҡҡан һыуға зарлана

Өфөнөң Урман техникумы урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр тишек торбаларҙан аҡҡан һыуға зарлана https://bash.news/news/107105_fn_urman_texnikumy_uramynday_jorttary_bereend_jshselr_tishek_torbalaran_aan_yua_zarlana
07 окт 2019, 23:15

Улар аңлатыуынса, йорттоң подвалында урынлашҡан һыу үткәргес торбаһы иҫкергән. Фатирҙарға насар еҫ үтеп инә, дымлы һауа һаулыҡҡа насар йоғонто яһай. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Бындай күренеш ярты йыл дауам итә, ти Урман техникумы урамындағы 26-сы йортта йәшәүселәр. Улар фекеренсә, подвалда урынлашҡан торбалар эшлектән сыҡҡан. Бер туҡтауһыҙ тамған һыу беренсе ҡатта тороусыларҙың фатирҙарын баҫа, иҙәндәрен серетә һәм емерә. Һыу йыйылыуҙан тыш, подьезд эҫе парлана, насар еҫ сыға.

Был йорт 40 йылдан ашыу элек төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып һыу менән тәьмин итеү торбалары бер тапҡыр алмаштырылған, ти йортта йәшәүселәр. Урындағы хеҙмәтләндереүсе ойошма мәсьәләне хәл итергә тырыша. Тикшереү үткәргәндән һуң, «Өфө һыуканалы» ойошмаһына хат яҙа.

Бөтә бәлә транзит торбаларға барып әйләнә, тип аңлата йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма. Ә улар «Өфө Һыуканалы» компанияһына ҡарай. Йортта йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәренән һуң, йәйгеһен торба ямалһа ла, тағы тишелә.

Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында «Өфө һыуканалы» ойошмаһына мөрәжәғәт иттек.

Был мәсьәләне төшөргән саҡта, авария бригадаһы килде. Ағымды туҡтатыр өсөн, бөтә йорттағы һыу һүндерелде. Фатирҙа йәшәүселәр ҡасан тыныс тын алыр һәм проблема тулыһынса хәл ителерме – һорауҙар әлегә асыҡ ҡала.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөнөң Урман техникумы урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр тишек торбаларҙан аҡҡан һыуға зарлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд