Өфө кардиология үҙәгендә Рәсәй ғалимдары менән берлектә ғилми-ғәмәли конференция үтә

Өфө кардиология үҙәгендә Рәсәй ғалимдары менән берлектә ғилми-ғәмәли конференция үтә https://bash.news/news/107106_f_kardiologiya_gend_rsj_alimdary_menn_berlekt_ilmimli_konferenciya_t
07 окт 2019, 23:15

Форумға илдең алдынғы медицина ғилми үҙәге булған Мясников исемендәге клиник кардиология фәнни-тикшеренеү институты ғалимдары саҡырылған. Табиптарҙың һөнәри оҫталыҡ дәресен БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.

34 йыл буйына ауыр сир менән яфаланған Лариса Фәйзуллинаның рентгент тикшеренеүҙәрендә үпкәләре кәрәҙ формаһын алған. Үпкә гипертензияһы менән интегеүсе ханым донор органына сиратта тора. Ул әлеге ваҡытта кислородһыҙ йәшәй алмай, тәғәйен дарыуҙар ҙа килеп етмәүенә зарлана. Мәскәү ғалимдары пациентҡа төплө кәңәштәр һәм дарыуҙар һәм уларҙы ҡулланыу эҙмә-эҙлеклеген дөрөҫләне.

Лариса Фәйзуллина, 1-cе төркөм инвалиды: “Мәскәү табиптары консультация үткәрҙе. Уларға рәхмәтлемен.Табиптар ниндәй дарыуҙарҙы күпме миҡдарҙа ҡулланырға кәрәклеген дөрөҫләне”.

Тамила Мартынюк, А. Мясников исемендәге клиник кардиология фәнни-тикшеренеү институтының бүлек мөдире: “Өфө кардиоүҙәге табиптарының эш һөҙөмтәһе күҙгә күренеп тора. Эштәрен ыңғай баһалайым. Табиптар пациенттарға Европа клиникаларынан кәм булмаған ярҙам күрһәтә ала”.

«Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш» төбәк программаһы сиктәрендә ойошторолған конференция кардиологтарҙың, рентгентэндоваскуляр ысулы менән эшләгән, дөйөм һәм функциональ практика табиптарының оҫталығын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Владимир Грамовичтан эхокардиография һәм инвазив диагностикалау буйынса практик дәрестәр конференцияла ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу һәм һөнәри оҫталыҡ арттырыу майҙаны ла булып торҙо.

Юлиә Рәхмәтуллина, Өфө кардиология үҙәгенең диагностика бүлеге табибы: “Бөгөнгө оҫталыҡ дәрестәре беҙгә бик кәрәкле һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға булышлыҡ итәсәк”.

Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы Ирина Чазова етәкселегендәге табиптарҙың «алтын командаһы» Өфө табиптарына фәнни-практик мәктәп аша иң ауыр сир үпкә гипертонияһын дауалау һәм диагностикалау алымдарын өйрәтте.

Сирҙе диагностикалау бик ауыр, уның өсөн ҡайһы ваҡыт ике йылдан ашыу ваҡыт үтеп китә. Дауалағанда ла һүҙ миллиондар хаҡында бара. Был сир менән яфаланған пациенттарҙың хатта дүртенсе дәрәжә яман шешкә ҡарағанда ла ғүмерҙәре ҡыҫҡараҡ булыуы ихтимал.

Ирина Чазова, А.Мясников исемендәге клиник кардиология фәнни-тикшеренеү институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор: “Үпкә гипертонияһы һирәк һәм ауыр сир. Ҡыҙғанысҡа күрә, был ауырыуҙан хеҙмәткә һәләтле пациенттар яфалана. Ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙа был сир йышыраҡ осрай. Табиптар өсөн йәштәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм ғүмерҙәрен оҙайтыу ҙур яуаплылыҡ”.

Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә артериаль үпкә гинертонияһын дауалау буйынса 10-дан ашыу доклад тыңланылды. Рәсәйҙә был сирҙе дауалау алымдары, классификациялау һәм диагностикалау алгоритмдары тәҡдим ителде.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфө кардиология үҙәгендә Рәсәй ғалимдары менән берлектә ғилми-ғәмәли конференция үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд