Республиканың тәүге шифаханаһына – 95 йыл

Республиканың тәүге шифаханаһына – 95 йыл https://bash.news/news/107108_respublikany_tge_shifaxanayna_95_jyl
07 окт 2019, 23:17

Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһының юбилей саралары сиктәрендә медицина белгестәре ҡатнашлығындағы төбәк-ара конференция ойошторолдо. Сарала шифахана-курорт дауаланыуын алыуҙағы һорауҙар күтәрелде.

Сәхнәлә республика шифаханаһы үҫешенә тос өлөш индереүселәр тәбрикләнә. Улар төрлө тармаҡ белгестәре. Араларында хеҙмәтләндереүсе персонал, медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Уларҙың киң яҡлы эшмәкәрлеге Башҡортостан ведомстволарының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланды. Өс кешегә һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеме тапшырылды.

Республиканың беренсе шифаханаһы әле лә үҫеш юлында тип әйтергә кәрәк. Юбилей йылы уңайынан рәсми асылған бизнес-үҙәге заман менән бергә атлауҙың бер аҙымы булып тора.

Фаяз Мәжитов, «Красноусол» шифаханаһы директоры, медицина фәндәре докторы: “Күп фукнциялы бизнес-үҙәге заман талаптарына ярашлы эшләнгән. Төрлө форум, семинар-конференциялар, дистацион уҡыу-уҡытыу эштәрен алып барыу йәһәтенән дә бик отошло. Рәсәй кимәленә сығыу мөмкинлеген дә бирә”.

Ошо уңайҙан Республика һәм Рәсәй төбәктәренең медицина белгестәре ҡатнашлығындағы төбәк-ара конференция үтте. Сарала ҡатнашыусылар шифахана-курорт дауаланыуы алыуҙағы көнүҙәк һорауҙар менән сығыш яһаны.

Александр Разумов, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, милли курорт ассоциацияһы президенты: «Красноусол» шифаханаһында эшләүселәрҙең тырышлығы күҙгә күренә. Эшенә етди ҡарауы һөҙөмтәһендә курорт заман менән бергә атлай. Ил кимәлендә күп тапҡырҙар хулпау табыуы ла ошоға дәлил.

«Красноусол» шифаханаһында йылына ғына егерме меңдән ашыу кеше ял итә. Уларҙың күпселек өлөшөн сит илдән килеүселәр тәшкил итә. Ҡаҙағстан менән ғафуриҙар мәҫәлән, күптән инде хеҙмәттәшлек булдырған.

Республика курорттары араһында «Красноусол» шифаханаһы майҙаны буйынса иң ҙурҙарҙан һанала. Ял итергә, йә һаулығын нығытырға килгән халыҡҡа медицина белгестәре һауыҡтырыу программаһының тиҫтәләрсә төрөн тәҡдим итә. Был йәһәттән йыһангирҙарҙың Ғафури ерлеген һайлауы ла осраҡлы түгел. Шифахана 95 йыллыҡ тарихы осоронда күп тапҡырҙар алтын миҙал менән бүләкләнә. Был эштең һөҙөмтәле булыуына ишара.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Республиканың тәүге шифаханаһына – 95 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд